Ҡала прокуратураһы тарафынан күп фатирлы йорт хужаларының дөйөм мөлкәтен ҡарап-тотоуға тарифты арттырыу тәртибен боҙоу факты асыҡланды.
Күҙәтеү ведомствоһы тарафынан дөйөм йорт мөлкәтен ҡарау һәм ремонтлау өсөн тарифтарҙы арттырыу тәртибен боҙоу факты буйынса, ҡаланың күп фатирлы йорттарының береһендә йәшәүсенең мөрәжәғәте буйынса тикшереү үткәрелгән.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, идара итеүсе компания бина хужаларының дөйөм йыйылышы үткәрелгәнгә тиклем 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса, иғлан таҡталарында бындай тәҡдимде урынлаштырып, бина хужаларына алдағы йылға күп фатирлы йортта торлаҡ бинаны тотоу өсөн түләү күләмен арттырыу тураһында тәҡдимде белдереү бурысын үтәмәй, был РФ Хөкүмәтенең 2006 йылдың 13 авгусындағы 491-се ҡарарының 31-се пунктын боҙоу була.
Ошоға бәйле, ҡала прокуратураһы тарафынан, идарасы компания етәксеһенә ҡарата ғәмәлдәге ҡануниәтте боҙоуҙы бөтөрөү тураһында тәҡдим индерелде, ул ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде.
Артур САДИҠОВ,
БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы.