Ашҡаҙар
+27 °С
Болотло
Кеше һәм закон
7 Апрель 2025, 07:26

Аферистар шулай аҡса эшләй...

Артабан зыя күреүсегә видеоэлемтә аша үҙен Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре булып таныштырған билдәһеҙ шәхес шылтырата...

Аферистар шулай аҡса эшләй...Аферистар шулай аҡса эшләй...
Аферистар шулай аҡса эшләй...

Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир домофон асҡысын алмаштырам тип, муттарға бер миллион һум самаһы аҡса күсергән. Аҡса эшләргә тиһәң уғрылар граждандарҙы алдар өсөн бихисап схемалар ҡуллана. Көндән-көн нимәлер уйлап таба. Бер ҙә тик ултырмай.

Тәүҙә пенсионерға таныш булмаған ҡыҙ шылтырата һәм күп фатирлы йортта домофон асҡыстарын алмаштырыу бара, тип хәбәр итә. Ир уға өйҙә юҡлығын әйткәс, аферист ҡатын асҡыстарҙы почта йәшнигендә ҡалдырырға тәҡдим итә, әммә бының өсөн СМС-хәбәр менән килгән кодты әйтергә ҡуша.

Уны әйтеү менән ир мессенджерҙа: “Әгәр Дәүләт хеҙмәттәренең шәхси кабинеты һеҙ инмәһәгеҙ, түбәндәге һандар буйынса шылтыратығыҙ” тигән хәбәр ала. Ҡурҡышынан пенсионер шунда уҡ СМС-хәбәрҙә килгән телефон һандарын йыя, “белгес” муттар уға: “Банк карталарығыҙҙан уғрылар аҡса күсерергә маташалар”, тип әйтә.

Артабан зыя күреүсегә видеоэлемтә аша үҙен Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре булып таныштырған билдәһеҙ шәхес шылтырата. Ул таныҡлығын да күрһәтә һәм ашығыс рәүештә барлыҡ аҡса сараларын банк иҫәбенән алып, “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә кәрәклеген аңлата.

Ике көн дауамында пенсионер енәйәтселәрҙең ҡушҡанының барыһын да эшләй. Йыйған аҡсаһын банкомат аша уғрыларға күсерә, барлығы миллион һумдан ашыу. Аферистар ҡорбаны булыуын аңлағас, ир полицияға мөрәжәғәт итә. Енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Полиция иҫкәртә! Аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ СМС аша килгән кодты хәбәр итмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ - Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, хоҡуҡ һаҡлау органдары, Үҙәк банк, йәки башҡа компанияларҙан шәхсән шылтыратмайҙар, етмәһә мессенджерҙар аша! Уяу булығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Әлеге тема буйынса мәғлүмәт “Үҙең шылтырат” онлайн-проект сиктәрендә баҫылды.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы идаралығы мәғлүмәте буйынса.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас