Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуратураһы тарафынан ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшереү үткәрелгән.
Күҙәтеү ведомствоһы билдәләүенсә, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән шөғөлләнгән хужалыҡ итеүсе субъект, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу тураһында закон талаптарын иҫәпкә алмайынса, ҡануниәт менән билдәләнгән ерҙәрҙе рекультивациялау буйынса отчетты дәүләт контроле органдарына тапшырмай.
Ҡала прокуратураһы тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса, хужалыҡ итеүсе субъект директорына закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында ҡарар сығарылды. Шулай уҡ, вазифалы шәхескә ҡарата, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.5-се статьяһында ҡаралған административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылды.
Прокурорҙың яуап биреү акттарын ҡарау һөҙөмтәләре буйынса асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар бөтөрөлә, вазифалы шәхес дисциплинар һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Артур САДИҠОВ,
БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы.