

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 24 йәшлек ирҙе һалым хеҙмәтенең ялған хеҙмәткәрҙәре бурысҡа батырған. Мессенджерҙа һалым хеҙмәтенән “белгес” шылтыратыуы, егеттең ҙур күләмдә аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыуы менән тамамлана.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүсегә, йәнәһелә, ниндәйҙер белешмә документтары алмашыныуы тураһында шылтыратып әйтәләр. Хәлде төҙәтер өсөн уға смс-хәбәр аша килгән кодты әйтергә кәрәк була. Ир уға ышана һәм кодты әйтә. Артабан Дәүләт хеҙмәттәрендә уның аккаунтын ватып инеүҙәре асыҡлана, ә мәғлүмәт ситкә сыға, һәм кемдер уның исеменән кредит рәсмиләштереп тора. Был турала уға һуңынан шылтыратып, үҙен платформаның техник ярҙам хеҙмәткәре булып таныштырған ҡатын хәбәр итә.
Таныш булмаған ҡыҙ уға Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре ҡушыуы буйынса эш итергә кәрәклеген белдерә. Ғариза яҙыусыны ҙур күләмдә кредит алырға һәм “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерәләр. Егет төрлө банктарҙа бер нисә кредит рәсмиләштерә һәм “белгестәр” уға әйткән иҫәпкә бер миллион һумдан ашы сумманы күсерә.
Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт эше ҡуҙғата.