

1 июндән мутлашыусыларға ҡаршы көрәш тураһында закон үҙ көсөнә инде.
— Банк һәм дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре клиенттар менән аралашыу өсөн сит ил мессенджерҙарын ҡуллана алмай. Әгәр һеҙгә мессенджерҙа шылтыратып, дәүләт тарафынан ҡаралған түләүҙәрҙе рәсмиләштерергә вәғәҙә итһәләр, телефонығыҙҙы һалығыҙ — был мутлашыусылар.
— Хәҙер Дәүләт хеҙмәттәренән СМС-хәбәрҙәр телефон аша һөйләшеп бөткәс кенә киләсәк. Кеше һөйләшкән ваҡытта кодты мутлашыусыларға әйтә алмай.
— Хәҙер сим-картаны яҡын туғандарға ғына тапшырырға мөмкин: ата-әсәләргә, ағай-энеләргә һәм апай-һеңлеләргә, олатай-өләсәйҙәргә, балаларға һәм ейәндәргә. Был мутлашыусыларҙың урланған аҡсаны йәшереү һәм аҡсаға әйләндереү өсөн аралашсы сифатында файҙаланған кешеләргә ҡаршы көрәшергә ярҙам итәсәк.
Сығанаҡ – Күп функциялы үҙәк.