Кеше һәм закон
11 Июня 2025, 09:06

Сүп-сар ташлар урын тапҡандар

Ҡала прокуратураһы ҡала зыяраты территорияһында рөхсәтһеҙ ҡалдыҡтарҙы ташлау урындарын асыҡлаған.

Сүп-сар ташлар урын тапҡандарСүп-сар ташлар урын тапҡандар
Сүп-сар ташлар урын тапҡандар

Ҡала прокуратураһы ҡала зыяраты территорияһында рөхсәтһеҙ ҡалдыҡтарҙы ташлау урындарын асыҡлаған.

Күҙәтеү ведомствоһы асыҡлауынса, Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стәрлебаш тракты урамы, 30 адресы буйынса урынлашҡан зыярат биләмәһендә һәр ерҙә рөхсәтһеҙ сүплектәр булдырылған, ә зыяраттан сүп-сарҙы сығарыу тейешле кимәлдә ойошторолмаған булған.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, ҡала прокуратураһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ” муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигына ҡарата закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмәләр индерҙе, ул әлеге ваҡытта тикшерелә.

Артур САДИҠОВ,

БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас