

Стәрлетамаҡ ҡала судында 19 йәшлек Өфөлә йәшәүсе егеткә ҡарата енәйәт эше ҡараласаҡ. Ул “Бер төркөм кешеләр тарафынан алдан килешеп, граждандарға ҙур зыян килтереү” статьяһы буйынса ғәйепләнә.
БР прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, егет кеше мессенджерҙарҙың береһендә аҡса эшләү тураһында тәҡдим ала. Ағымдағы йылдың апрелендә, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡ йәшәүсе 86 йәштән 93 йәшкә тиклем дүрт пенсионерға таныш булмаған кешеләр шылтырата. Ҡатындарға уларҙың туғандары юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуҙары, унда кешеләрҙең зыян күреүҙәре тураһында хәбәр итәләр, ә проблеманы хәл итер өсөн аҡса бирергә кәрәк.
“Зыян күреүселәр 1,2 миллион һумдан ашыу аҡса суммаһын мутлашыусыларҙың енәйәтсел ниәте тураһында белмәгән ташыу хеҙмәте хеҙмәткәренә тапшыра, артабан аҡсаны ғәйепләнеүсе алып китә. Ҡулға алыныуысы енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен таный һәм килтерелгән зыянды тулыһынса ҡаплай” — тип хәбәр иттеләр прокуратурала.