

Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙ үҙҙәрен дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан енәйәтселәргә ышанып, һаҡлыҡҡа һалған аҡсаһын һаҡлап ҡалыу һылтауы менән 1,240 миллион һумды "хәүефһеҙ иҫәп"кә күсергән.
Ә Өфө ҡалаһынан пенсионер ҡатын маркетплейс "хеҙмәткәрҙәре" шылтыратыуынан һуң 300 мең һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Уғрылар ҡатынға бөтөнләй булмаған "инвестиция" иҫәбенән килем алырға вәғәҙә иткән.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында инде енәйәтселәр, үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, домофон ҡуйыу һәм тентеү үткәреү һылтауы менән пенсионер ханымды 275 мең һум аҡса күсерергә мәжбүр итәләр. Ҡатын үҙе банкомат аша уларға аҡса ебәргән.
Мәләүез районында йәшәүсе ҡатын "дәүләт хеҙмәткәрҙәре" булып ҡыланған матулашыусылар уның компьютерына ингәндән һуң, 1,816 миллион һумдан "ҡолаҡ ҡаға". Белгестәр ҡатынға вируслы һылтанма ебәреп, уның аша үтергә мәжбүр иткән булып сыға.
Учалы районында, иһә, ир кеше мутлашыусыларҙан "яҡларға" вәғәҙә иткән ялған һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә ышанып, 576 мең һум күсерә. Аҡса күскәндән һуң уғрылар юҡҡа сыға.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: банк хеҙмәткәрҙәре тип йәиһә башҡа алдап шылтыратыусыларға, мессенджерҙар аша яҙыусыларға бер ваҡытта ла иҫәп картаһынаң номерын әйтергә ярамай, кемдеңдер һүҙенә алданып йыйған аҡсаларығыҙҙы бирмәгеҙ, улар өсөн кредит алмағыҙ. Һәм шуны иҫтә тотоғоҙ, "хәүефһеҙ иҫәп" булмай! Һаҡ булығыҙ!
Ә.МАНСУРОВА.