Кеше һәм закон
13 Августа 2025, 10:39

Башҡортостанда мутлашыу осраҡтары йышайған

Башҡортостанда мутлашыу осраҡтары йышайған: аферистар кешеләрҙе миллиондарға алдай.

Башҡортостанда мутлашыу осраҡтары йышайғанБашҡортостанда мутлашыу осраҡтары йышайған
Башҡортостанда мутлашыу осраҡтары йышайған

Мәҫәлән, Өфөлә йәшәүсе 71 йәшлек ҡатынға "домофон асҡыстарын алмаштырыу буйынса компания хеҙмәткәрҙәре" шылтырата. Унан СМС-хәбәр аша килгән кодты белгәндән һуң, енәйәтселәр үҙҙәрен ялған полиция, Дәүләт хеҙмәттәре һәм хатта Үҙәк Банк хеҙмәткәрҙәре булараҡ таныштырғас, ҡорбанды ҡурҡыта башлайҙар. Һөҙөмтәлә, ҡатын уларға 700 мен һумға яҡын аҡса күсергән.

31 йәшлек Өфөлә йәшәгән ир ҙә тоҙаҡҡа эләгә: уға "почта хеҙмәтенән" шылтыраталар, "посылканы алыр өсөн" мәғлүмәттәрен талап итәләр, артабан Дәүләт хеҙмәттәре аккаунтын ватып инеү менән янайҙар. Һөҙөмтә — 1,1 миллион һум аҡса муттар кеҫәһенә кереп ята.

82 йәшлек ханымды уғрылар уның ҡыҙы юл-транспорт фажиғәһенә эләккән һәм кисекмәҫтән аҡса кәрәк, тип ҡурҡыталар. Ҡото алынған ҡатын 150 мең аҡсаһын "курьерға" биреп ебәрә.

Йәнә бер зыян күреүсе — Өфө ҡалаһынан 62 йәштәге ҡатын — "пенсияны һанлы форматҡа күсерергә" тәҡдим иткән "Ҡаҙналыҡ хеҙмәткәрҙәренә" ышана. Һуңғараҡ, проекуратура һәм Роскомнадзор исеменән янап, уғрылар уны "хәүефһеҙ иҫәпкә" 550 мең һум күсерергә мәжбүр итәләр.

Благовар районында йәшәгән 16 йәшлек үҫмергә  “вуздың ҡабул итеү комиссияһынан” шылтыратыу килә. Базаға уның мәғлүмәттәрен индереү һылтауы менән  “ғаилә иҫәбен сит ил ойошмалары финанслай” тип ышандыралар. Һөҙөмтәлә үҫмер 800 мең һумлыҡ кредит ала һәм QR-код аша маркетплейстарҙа тауарға аҡса түләй.

Балаҡатай районында 12 йәшлек малай уйын валютаһы алыуға вәғәҙә итеүҙәренә ышанып, алдаҡсыларға өләсәһенең банк ҡушымтаһына инергә ярҙам итә. Күп тә үтмәй, иҫәптәге 300 мең һум  аҡсанан елдәр иҫә.

Башҡортостан  Эске эштәр министрлығы  мут әҙәмдәрҙең даими рәүештә  алдау схемаларын үҙгәртеүе, ҡорбандарынан аҙ-аҙлап бер  нисә тапҡыр аҡса күсерергә мәжбүр итеүе тураһында иҫкәртә.  Һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, исем-фамилияғыҙҙы белгән таныш булмаған кешеләргә лә ышанырға ярамай.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас