Кеше һәм закон
27 Августа 2025, 07:12

Эшләгәс, еренә еткерер кәрәк!

Ҡала прокуратураһы сүп-сар майҙансығын урынлаштырғанда СанПИН талаптарын боҙоуҙарын асыҡлай.

Эшләгәс, еренә еткерер кәрәк!Эшләгәс, еренә еткерер кәрәк!
Эшләгәс, еренә еткерер кәрәк!

Ҡала прокуратураһы сүп-сар майҙансығын урынлаштырғанда СанПИН талаптарын боҙоуҙарын асыҡлай.

Күҙәтеү ведомствоһы, граждандың мөрәжәғәтен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Урман” урамында урынлашҡан контейнер майҙансыҡтарының береһе шәхси йорттан 20 метрҙан кәмерәк алыҫлыҡта урынлаштырылыуын асыҡлаған, был Санитар-эпидемиологик талаптарҙы, шулай уҡ шәхси йортта йәшәүсе граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙа.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, ҡала прокуратураһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ” муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигына ҡарата закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмә сығара, тәҡдим ҡаралған һәм ҡәнәғәтләндерелгән, контейнер майҙансығы һүтелеп алынған.

Артур САДИҠОВ,

БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы.

Ә.МАНСУРОВА фотоһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас