Кеше һәм закон
17 Сентябрь 2025, 08:30

Аҡсаны саң һурҙырғысҡа йәшереп...

Оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһыбуйынса Эске эштәр идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников Стәрлетамаҡта йәшәүсе Светлана АБРАМОВАны әүҙем гражданлыҡпозицияһы һәм мутлашыуҙарҙы туҡтатыуҙа күрһәткән уяулығы өсөн почет грамотаһыменән бүләкләне.

Аҡсаны саң һурҙырғысҡа йәшереп...Аҡсаны саң һурҙырғысҡа йәшереп...
Аҡсаны саң һурҙырғысҡа йәшереп...

Оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһыбуйынса Эске эштәр идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников Стәрлетамаҡта йәшәүсе Светлана АБРАМОВАны әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм мутлашыуҙарҙы туҡтатыуҙа күрһәткән уяулығы өсөн почет грамотаһыменән бүләкләне.

Быйыл августа такси водителе Светлана Абрамова полицияға Стәрлетамаҡадресынан Һамарға саң һурҙырғыс килтереүгә ғариза килеүе хаҡында хәбәр итә. “Таксист”эшсе төркөмөндә шул уҡ адресҡа шундай уҡ посылка менән икенсе таксист киткәне тураһында ла яҙалар. Бындай оҡшаш заказ тәжрибәле водителде һағайта төшә һәм улполицияға мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, посылкала ҙур күләмдә аҡса табыла. Икенсетакси машинаһында ла шундай уҡ йөк булып сыға... Тикшереү һөҙөмтәһендә аҡса Стәрлетамаҡта йәшәүсе пенсионерҙарҙыҡы икәнлеге асыҡлана. Зыян күреүсегә стационар телефондан шылтыратып, үҙен элемтә хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырған билдәһеҙ ҡатын, элемтә килешеүен ҡайтанан төҙөргә кәрәклеген хәбәр итә, юғиһә телефон һүндереләсәк, тип өгөтләй. Шул уҡ ваҡыттапаспорт мәғлүмәттәрен дә әйтергә һорай. Һуңынан йәнә стационар телефонға шылтыралар. Шылтыратыусы үҙен хәрби прокуратура хеҙмәткәре, тип таныштыра һәм кисәпенсионер ҡатын мәғлүмәттәрҙе мутлашыусыларға тапшырыуын хәбәр итә. Шулай уҡ, уғаиҫәптә булған аҡсаһын һаҡларға һәм декларациялар өсөн кәрәк, тип алдайҙар, “рәсмиләштерергә”күндерәләр. Тикшереү өсөн аҡсаны саң һурҙырғысҡа йәшереп, тәғәйенләнгән урынғаалып барыусы такси аша тапшырырға кәрәк, тип аңлата уғрылар. Светлана Абрамованың уяулығы һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы ярҙамында мутлыҡ схемаһы туҡтатыла һәм пенсионерҙарҙың 810 000 һум аҡсаһы яндарында ҡала.

Гүзәл РӘМИЕВА. Фото ҡала хакимиәтенең рәсмисәхифәһенән.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас