Кеше һәм закон
9 Октябрь 2025, 07:36

Бурыс икеләтә ҡаплатылған

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡала прокуроры хужалыҡ итеүсе субъектҡа эш хаҡы буйынса бурысты, үткән һәр көн өсөн процентты, шулай уҡ.........

Бурыс икеләтә ҡаплатылғанБурыс икеләтә ҡаплатылған
Бурыс икеләтә ҡаплатылған

Суд тәртибендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуратураһы тарафынан эшсенең хеҙмәт хоҡуғы яҡланған.

Күҙәтеү ведомствоһы билдәләүенсә, эш биреүсе закон талаптарына ҡарамаҫтан, эштән бушатылғандан һуң хеҙмәткәр менән һуңғы иҫәп-хисап үткәрмәгән, бурыс 370 мең һум тәшкил иткән.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡала прокуроры хужалыҡ итеүсе субъектҡа эш хаҡы буйынса бурысты, үткән һәр көн өсөн процентты, шулай уҡ суд ҡараған һәм ҡәнәғәтләндергән мораль зыянды түләтеү тураһында дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, эш биреүсенән хеҙмәткәргә тейешле сумма түләтелгән.

Артур САДИҠОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокурор ярҙамсыһы.

 

Ә.Мансурова фотоһы.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас