Кеше һәм закон
31 Октября 2025, 08:00

Һарыҡтиреһе аҫтында бүре булыуы ихтимал!

Йәки үҫмерҙәргә ҡарата яңы мутлыҡ схемаһы

Һарыҡтиреһе аҫтында бүре булыуы ихтимал!Һарыҡтиреһе аҫтында бүре булыуы ихтимал!
Һарыҡтиреһе аҫтында бүре булыуы ихтимал!

Сит ил мутлашыусылары танышыу сервистарын ҡулланып, мәктәп уҡыусыларын алдай. “Миңә үҙеңдең геолокацияңды ебәр. Бер-беребеҙҙән нитиклем йыраҡ йәшәүебеҙҙе беләсәкбеҙ”. Тап шундай тәү ҡарашҡа ябай ғынаүтенестән ҙур уғрылыҡ схемаһы башлана ла инде. Был хәлгә бихисап үҫмерҙәр дусар була. Ҡалағыҙҙағы билдәле геолокация мәғлүмәттәрен ебәреү тәҡдиме танышыу ботында әңгәмәләшкәндән һуң яңы таныштарҙан килә. Йәнәһе лә киләсәктә шәхси осрашыу өсөн.

Координаттар ебәрелгәндән һуң телефонға видеофайл килә. Унда Украина хәрби хеҙмәткәре формаһындағы кеше геометрия буйынсаракеталар һәм пилотһыҙ аппараттар ебәреләсәге тураһында хәбәр итә.Ә һуңынан – йәнәһе лә Рәсәй махсус хеҙмәттәрехеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу килә. Ул геопозицияны ебәргән өсөн яуаплылыҡ менән янай, сөнки был теракт әҙерләүҙә Украинахәрби көстәренә ярҙам кеүек һанала. Ялған хеҙмәткәр ата-әсәһенең телефондарында банк ҡушымталарын видеоға төшөрөүҙе, өйҙәге булған ҡиммәтле әйберҙәрҙе эҙләп, уларҙы курьерға тапшырыуҙы талап итә.

Бер һүҙ менән әйткәндә, дошман кол-үҙәктәре мутлашыусыларының ғәҙәти эше башлана.Балалар! Виртуаль танышыуҙар хәүефһеҙ булыуҙарын онотмағыҙ. Яңы таныштың сит ил аферистары схемаһында ҡатнашҡан дошман булыуы ла ихтимал. Уяу булығыҙ!Билдәһеҙ кешеләрҙең күрһәтмәләрен, үҙҙәрен кем генә тип таныштырмаһын, үтәмәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һеҙгә шәхси осрашыу өсөн подразделениеға саҡырыу өсөн генә шылтырата ала. Һәм, һис шикһеҙ, ҡурҡытмай ҙа, бер нимә менән дә янамай. Ундай кешеләр менән бәйләнешкә инмәгеҙ. Таныштарығыҙҙы ҡурҡыныс хаҡында иҫкәртеп ҡуйығыҙ.

Ә.МАНСУРОВА.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас