

Рәсәйҙә пенсионерҙар һатҡан фатирҙарҙы, машиналарҙы суд аша кире ҡайтарыу осраҡтары йышайғандан-йышая бара, сөнки килешеү мутлашыусылар йоғонтоһонда төҙөлгән, йәнәһе лә. Һөҙөмтәлә, ғәҙел килешеү төҙөү өсөн барыһын да эшләгән күсемһеҙ милекте һатып алыусылар йыш ҡына торлаҡһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡала. Оло йәштәгеләрҙең ошондай мутлыҡ схемаһы Рәсәй эстрадаһының билдәле йырсыһы Лариса Долинанан башланып китте. Йырсы мутлашыусылар йоғонтоһонда фатирын һата һәм дачаһын залогҡа индерә. Әммә, ул бер аҙҙан уғрылар ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға ғариза яҙа, суд фатирҙы хужаһына кире ҡайтара. Яңы мутлыҡ схемаһынан нисек һаҡланырға? Тулыраҡ мәҡәләбеҙҙә.
Эш контролгә алынған
Элекке күсемһеҙ милек хужалары һатыу — һатып алыу килешеүенән һуң уны кире ҡайтарырға маташҡан суд бәхәстәре һаны шул тиклем артҡан, хатта власть вәкилдәре был хәлгә иғтибар итә башлаған. Атап әйткәндә, Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе Ярослав Нилов торлаҡ һатыусыларҙың эшмәкәрлеген мотлаҡ тикшерергә саҡырҙы — тейешле тәҡдим менән ул Рәсәйҙең генераль прокуроры Александр Гуцанға һәм Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Григоренкоға мөрәжәғәт иткән.
Мәҫәлән, Тулала йәшәүсе пенсионер “мутлашыусылар йоғонтоһонда” тәүҙә фатирын һата, ә һуңынан суд аша һатып алыусыларҙан уны кире ҡайтарыуҙы талап итә...
Ирле-ҡатынлы ғаилә ҡорғандан һуң үҙ фатирлы булырға ҡарар итә һәм торлаҡ эҙләй башлай. Үҙҙәренә оҡшағанын табалар. Хужаһы оло йәшәге пенсионер ханым була. Һатыу — һатып алыу килешеүе төҙөлә.
Асҡыстарҙы тапшырыу ваҡыты етә, ә һатыусы бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай, ирле-ҡатынлы уға ҡунаҡҡа барырға ҡарар итә. Асыҡланыуынса, пенсионерға ниндәйҙер кешеләр шылтыратып, фатирын һатырға һәм аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә ҡушҡанын һөйләй. Шулай уҡ уғрылар фатирҙы шунда уҡ кире ҡайтарырға һәм бер ҡайҙа ла күсергә кәрәкмәй, өҫтәп тағы ла 20 процент та түләйәсәктәр, тип вәғәҙә итә. Әммә, һатыусы шулай ҙа фатирын бушата.
Һуңынан ирле-ҡатынлы яңы фатирҙа йәшәй генә башлап, ремонт эшләгәндә судтан хат алалар. Суд пенсионерҙың уларға торлағын кире ҡайтарыуҙы талап итеп дәғүә итеүе тураһында хәбәр итә. Өлкән йәштәге ханым әллә ысынлап та уғрылар йоғонтоһонда булған, әллә үҙе аферист... Сөнки һуңғы ике йыл эсендә ул дүрт һатыу — һатыу алыу килешеүе төҙөгән дә инде.
“Үҙ аҡылында булмаған”
Хәҙер фатирҙы ғына түгел, ҡасандыр һатылған баҡсаны ла, машинаны ла кире ҡайтарып була икән. Бына һеҙгә түбәндә асыҡ миҫал.
Елена исемле ханым баҡсасылыҡ ширҡәтендә йорт менән ер участкаһы һатып ала. Килешеү төҙөп, һатыусыға 150 000 һум түләй. Дачанан ул өс йыл ғына файҙаланып өлгөрә. Һуңынан уны судҡа саҡырталар. Асыҡланыуынса, баҡса участкаһына һатыусының улы дәғүә итә. Ул килешеүҙе ғәмәлдән сығарыуҙы һәм атаһының дачаһын кире ҡайтарыуҙы талап итә.
Һатыусы вафат булғандан һуң, улының вариҫлыҡҡа хоҡуғы барлыҡҡа килә һәм уның йорт менән ер участкаһын мираҫ итеп ала алмауы асыҡлана — атаһы уны өс йыл элек һатҡан булып сыға. Улы хәл-торошто тикшерә башлай һәм атаһының дачаһын һатҡанда һаулыҡ менән проблемалары булыуы билдәле була. Ул судҡа мөрәжәғәт итә. Суд дәғүәне ҡабул итә һәм экспертиза тәғәйенләй. Табиптар медицина документтарын тикшерә һәм атаһының оҙаҡ ваҡыт аңын юғалтыуы тураһында һығымтаға килә, тимәк, ул дачаны һатҡан мәлдә нимә эшләгәнен аңлап етмәгән булып сыға.
Бындай һығымтанан һуң суд килешеүҙе юҡҡа сығара һәм һатып алыусыға дачаны вариҫына кире ҡайтарырға, ә һатып алыусыға аҡсаны кире ҡайтарырға ҡуша. Әммә вариҫ аҡсаны кире ҡайтарырға ризалашмай һәм Юғары судҡа мөрәжәғәт итә һәм суд ир кеше яҡлы була. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки дача өсөн түләү ҡултамғалар булған килешеүҙә генә раҫлана, унда яҡтар ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйылғанға тиклем тулыһынса иҫәпләнгән тип яҙа. Яҡтарҙың ғәмәлдәре РФ Граждандар кодексының 167-се статьяһы буйынса ике яҡлы реституция принцибына эләгә, уға ярашлы, килешеү ғәмәлдә булмаһа, һәр яҡ килешеү буйынса алынған бөтә нәмәне икенсеһенә ҡайтарырға бурыслы.
Һатыусының үҙ аҡылында булмауы арҡаһында килешеү ғәмәлдән сығарылғанлыҡтан, документтың бөтә пункттары ла, шул иҫәптән түләү тураһында пункт та, ғәмәлдән сыға. Һатып алыусының башҡа бер ҙә түләү дәлиле булмай: распискаһы ла, банк выпискаһы ла. Һөҙөмтәлә ул дачаһын да, аҡсаһын да юғалта.
Нисек ҡотолорға?
Федераль нотариаль палата эксперттары әйтеүенсә, бындай хәлдәр йыш осрай. Айырыуса оло йәштәгеләр менән килешеүҙәр хәүефле, сөнки улар туғандарының баҫымы аҫтында булырға йәки дарыуҙар арҡаһында нимә булғанын насар аңларға мөмкин.
Һатыусы ғәҙәти булып күренһә лә, барыһын да алдан хәл итеү яҡшыраҡ. Сөнки бер ни тиклем ваҡыттан һуң элекке хужа “аңына килә” һәм судҡа барып, үҙенең торлағын кире талап итә ала. Һәм уны һатып алыусының намыҫлы эш итеүе һәм бер кемде лә алдамауы туҡтата алмай.
Эйе, әгәр суд килешеүҙе ғәмәлдән сығарһа, ғәҙәттә һатыусыны аҡсаны кире ҡайтарырға мәжбүр итәләр. Әммә уның быны шунда уҡ эшләй алыуы тигән һүҙ түгел.
Бынан тыш, кемдер һеҙгә фатирҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү өсөн аҡсаны кире ҡайтармаясаҡ. Әгәр торлаҡ хаҡы күтәрелһә? Һеҙгә кире ҡайтарылған аҡса оҡшаш фатир һатып алыуға етмәүе ихтимал.
Үҙеңде нисек һаҡларға?
Әгәр һатыусының һаулығында бер аҙ шикләнһәгеҙ, тулыһынса психиатр тикшереүен талап итегеҙ. Психиатрҙың ғәҙәти белешмәләре йыш осраҡта ябай ғына була һәм бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй. Шулай уҡ аҡсаны ҡулаҡса менән тапшырмаҫҡа һәм распискаларға ғына таянмаҫҡа тырышығыҙ. Банк аша түләү күпкә хәүефһеҙерәк, һуңынан түләү фактын иҫбатларға мөмкин. Банк күсереүҙәре, аккредитивтар (РФ ГК-ның 867-се статьяһы) йәки нотариус депозиты аша аҡса тапшырыу яҡшы тура килә.
Юристар нотариустан килешеү төҙөтөргә кәңәш итә. Тәжрибәле нотариус, әгәр һатыусы йәки һатып алыусы баҫым аҫтында эш итһә йәки нимә эшләгәнен аңламаһа, күреп ҡала һәм бындай килешеүҙе раҫлауҙан баш тарта. Нотариус үҙе килешеүҙең дөрөҫлөгө менән ҡыҙыҡһына, сөнки үҙенең эше һөҙөмтәһе өсөн тулы мөлкәт яуаплы.
Түләүҙе раҫлаған бөтә документтарҙы һаҡлап ҡалыу бик мөһим. Әгәр ҙә беҙҙең хикәйәләрҙәге геройҙарҙың һатыусыларға аҡса күсереү тураһында банк күсермәләре булһа, улар, килешеүҙәр ғәмәлдән сығарылһа ла, аҡсаларын кире ҡайтара алыр ине.
Һатыусыны тикшерегеҙ!
Бындай проблемаларҙы булдырмау өсөн фатирҙы ғына түгел, ә уның хужаһын да тикшереү мөһим. Һатыусынан медицина белешмәләрен һорау урынлы булыр, бигерәк тә әгәр ул оло кеше булһа. Күршеләре менән һөйләшеү файҙалы — улар һатыусының тәртибендәге сәйерлектәр тураһында һөйләй ала. Мөмкин булһа, һатыусының туғандары менән конфликттары юҡмы икәнен асыҡлағыҙ, улар һуңынан килешеүгә ҡаршы килеүҙәре ихтимал.
Килешеүҙе нотариаль рәсмиләштереү һәм документтарға ҡул ҡуйыу видеояҙмаһы бәхәстәр булғанда һеҙҙең мөмкинлектәрегеҙҙе күпкә арттыра. Был саралар оҙайлы суд процестарын һәм артыҡ нервыларҙы булдырмаҫҡа ярҙам итә.
Фатир өсөн бөтә аҡсаны бирер алдынан, һатыусы нимә эшләгәнен аңлай, ә һеҙҙең төп килешеүгә бәйле булмаған ышаныслы түләү дәлилдәрегеҙ бар. Юғиһә бер көн аҡсаһыҙ һәм өйһөҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай.
Машинамды кире ҡайтарығыҙ...
Мәҫәлән, Мәскәүҙә йәшәүсе ир пенсия йәшендәге ҡатындан Volkswagen Tiguan машинаһын 1,8 миллион һумға һатып ала. Килешеү тиҙ арала рәсмиләштерелә, ҡулаҡса менән түләнә. Бер аҙнанан яңы хужа машинаны һатырға ҡарар итә, әммә уны ҡарарға беренсе булып полиция хеҙмәткәрҙәре килә. Улар ҡатындың мутлашыусылар баҫымы аҫтында булыуын һәм уны 27 миллион һумға мөлкәтен һатырға мәжбүр итеүен һөйләй. Полиция кроссоверҙы тартып ала. Фатир менән мутлыҡ схемаһындағы кеүек үк, пенсионер ҡатын машинаһын кире ҡайтарыу өсөн судҡа мөрәжәғәт иткән дә инде.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: килешеүҙең юридик йәһәтенән экономиялау мөлкәтте лә, бөтә аҡсаны ла юғалтыуға килтереүе ихтимал. Килешеүҙең хәүефһеҙлеге — һатыусының уңышына йәки намыҫлылығына өмөт итергә ярамаған мәсьәлә.
Мөлкәтте “муттар йоғонтоһонда” һатыу осраҡтары бөтә Рәсәй буйынса таралған, миҫалдар күп, барыһын да яҙып бөтөп булмай, әммә нимәлер һатып алыр алдынан барыһын да ентекле тишерегеҙ, ҡабаланмағыҙ, мәҡәләгә ҡолаҡ һалығыҙ.
Әлфиә МАНСУРОВА әҙерләне.