

«Бөгөн ошо биләмәлә төбәк операторы бурыстарын кем үтәйәсәген билдәләгеҙ. Ҡайһы биләмәләрҙә «Дүртөйлөмелиоводстрой» эшләгән, ошо муниципалитет башлыҡтарынан был мәсьәләгә күберәк иғтибар биреүҙәрен һорайым. Халыҡҡа ярҙам күрһәтергә, хәлде аңлатырға кәрәк», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров экология министрына намыҫһыҙ төбәк операторын лицензияһынан мәхрүм итеү тураһында ҡарар ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, бөгөн ведомство бер йылға төбәк операторын тәғәйенләй, ике аҙна эсендә биләмәлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға бәйле хәл тотороҡланырға тейеш.
Башинформ.