Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
«Кешеләр коммерция тармаҡтары менән күҙгә-күҙ, йәғни үҙҙәре генә тороп ҡалған осраҡтар башҡаса булмаясаҡ. Үҙ һүҙебеҙҙә торасаҡбыҙ һәм Башҡортостандың
мәнфәғәттәрен тыныс, ышаныслы итеп яҡлаясаҡбыҙ».
Был, ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, яңы ведомство йәки ойошма түгел, ә төрлө ведомстволарҙың вәкилдәре ингән комиссия. Шулай эшләгәндә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү тиҙерәк, иң мөһиме – күпкә һөҙөмтәлерәк. Был юғары даирәләрҙәге етәкселәрҙең күп ваҡытын алмайынса тейешле ҡарарҙар ҡабул итеү, үҙ-ара килешеп эшләү йәһәтенән уңайлы. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса комиссия составына ҡаҙылма байлыҡтар табыу эштәре алып барылған ауыл советтары, район хакимиәттәре вәкилдәре, «Роснедра», «Росприроднадзор», прокуратура, Эске эштәр министрлығы кеүек органдар хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиелар етәкселәре инә.
Һөҙөмтәләр бармы?
Ошо ике йыл эсендә республика- ла файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙа- ғы баш-баштаҡлыҡтарҙы бөтөрөү йәһәтенән ҙур эш башҡарылды. Мәҫәлән, 70-кә яҡын предприятие араһынан халыҡты бөтөнләй тыңларға теләмәгән, ер аҫты байлыҡтарын вәхшиҙәрсә ҡулланып байыуҙы маҡсат итеп ҡуйған 13 предприятиеның лицензияһы тартып алынған. Улар – рус халҡы әйтмешләй, «беҙҙән һуң һыу баҫһа ла ярай» тигән күҙлектән сығып эш итеүселәр. Шуны ла белеү зарур: алтын табыуға лицензияны «Роснедра» федераль ведомствоһы бирә, уны тартып алыу өсөн алтын табыусыларҙың лицензия талаптарын һәм тәбиғәтте һаҡлауға ҡағылышлы закондарҙы һанға һуҡмауын Мәскәүҙә раҫларға кәрәк. Айырыуса оятһыҙ закон боҙоусыларға ҡарата биш енәйәт эше асылған, улар үҙ ҡылыҡтары өсөн законға ярашлы яуап бирәсәк. Башҡа намыҫһыҙ алтын табыусылар, суд ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың Урал аръяғы тәбиғәтенә килтергән зыян өсөн республика ҡаҙнаһына 35 миллиард һум түләйәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәтенең вице- премьеры – финанстар министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, былтыр был тәңгәлдә эш алып барған компаниялар алдағы йыл менән сағыштырғанда республика бюджетына сирек тапҡыр күберәк һалым түләгән. Был эштең дөрөҫ ойошторолоуын раҫлай. Бынан тыш, «Роснедра»ла республиканың үтенесен ишеттеләр һәм 2030 йылға тиклем һибелмә ысул менән алтын табыуға яңы лицензиялар биреүгә мораторий индерҙеләр. Был әлегә яңы лицензиялар бирелмәүен, ә урындағы власть бығаса эшләгәндәр менән тәртип урынлаштырасағын аңлата.
«Росприроднадзор»ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов «МК»-ға биргән интервьюһында Рәсәйҙең бер төбәге лә был тармаҡта тәртип урынлаштырыуы менән маҡтана алмауы, шуға күрә Башҡортостанды башҡаларға өлгө итеп ҡуйыуҙары, беҙҙең тәжрибәне бүтән төбәктәргә таратыуҙары хаҡында белдерҙе.
«Бынан бер нисә йыл элек, Башҡортостан властары был баҙарҙа тәртип урынлаштыра башлағанға тиклем, алтын табыу менән шө- ғөлләнгән предприятиеларҙан зыян өсөн түләү алып булыуына ышанмай ине», – тине Роман Болотов.
Ике төп мәсьәлә
Үткән аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалыла булып, комиссияның ултырышын үткәрҙе, әммә уға тиклем алтын табыу эше алып барылған ерҙәге ауылдар халҡы менән осрашып һөйләште.
«Кешеләр бик һиҙгер һәм бик мөһим тармаҡта – ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу өлкәһендә тәртип булдырыу йәһәтенән беҙгә ышаныс һәм өмөт белдерә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ҡулланыусыларҙың закондарҙы боҙоуына бәйле туранан-тура дәғүәләре лә бар. Улай тип әйтеү генә етмәй, улар асылда беҙҙең ер аҫтын эшкәртеүҙе вәхшиҙәрсә алып бара. Халыҡ бының менән риза түгел. Беҙ ҙә риза түгел, әлбиттә», – тип һөйләне Башлыҡ халыҡ менән осрашҡандан һуң.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, алтын табыу тармағында ике төп проблема бар. Беренсенән, алтын табыусы- лар, закондағы етешһеҙлектәрҙе файҙаланып, лицензия срогы та- мамланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, үҙенең компанияһын яба, ә ҡаҙылған ер шул килеш ятып ҡала.
Тиҫтәләрсә йыл дауамында беҙҙә алтын табыу эше дөрөҫ рекультивация, йәғни участканы тәүге торошона килтереү менән тамамланған бер осраҡ та булмаған тиерлек.
Икенсенән, киләсәктә лицензиялар халыҡтың фекерен иҫәпкә алып бирелергә тейеш! Бының шулай булыуын кешеләр ҙә, власть та теләй. Әлеге закондар буйынса тәүҙә «Роснедра»ла ҡарар ҡабул ителә, ә урындағы халыҡ төрлө техника килеп, эш башлағас ҡына был хаҡта белә. Мәсьәләне хәл итеү өсөн был тәңгәлдә лә эш алып барыла.
Республика Хөкүмәтенең ви- це-премьеры Азамат Абдрахманов әйтеүенсә, киләһе биш йылда 46 компанияның лицензияһының срогы сыға. Улар әле үк рекультивация проекттары әҙерләү буйынса, ә участка милекселәре үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу йәһәтенән эш башларға тейеш.
Һуңғы осорҙағы берҙәм эш- мәкәрлектең сағыу өлгөһө етди закон боҙоуҙар йәһәтенән тотолған «Альтинвест» компанияһы менән бәйле. Суд уларҙы участканы ре- культивацияларға мәжбүр итте, әммә тегеләр, тәбиғәтте тергеҙгән булып ҡыланып, вәхшиҙәрсә ҡаҙылма байлыҡ табыу эшен дауам итте. Компания барлыҡ судтарҙа ла еңелде, ошо арала Владимирҙағы Беренсе арбитраж апелляция суды уларҙың лицензияһын тергеҙеүҙән ҡәтғи рәүештә баш тартты. Шуны ла әйтергә кәрәк: компанияны ойоштороусылар араһында Украинаның Юғары радаһының элекке етәксеһе – Башҡортостанда алтын табып байырға маташҡан кеше лә бар. Әлеге ваҡытта ундай факттар юҡ һәм бынан һуң республикала ундайға бер кем дә юл ҡуймаясаҡ.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.