Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
8 Февраль 2024, 08:00

Руль артында... наркоман

Күптән түгел Шишмә районында прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле закон боҙоу осрағын асыҡлаған.

Руль артында... наркоманРуль артында... наркоман
Руль артында... наркоман

Тикшереү барышында урындағы бер ирҙең водитель танытмаһы ялған булыуы билдәләнә. Баҡтиһәң, ул танытма алыр алдынан медицина тикшеренеүе үтеп тормай, ә ялған документтар тапшыра. Улай ғына ла түгел, ир хатта урында наркодиспансерҙа иҫәптә торған. Һөҙөмтәлә танытма тартып алына, ә ялған документтар өсөн “водителгә” енәйәт эше буйынса закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.

Теманы дауам итеп,

Аралашсы, имеш

Бер көн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юлда тикшереү мәлендә билдәле сәбәптәр арҡа-һында бер ҡатынды автомобиль менән идара итеүҙән тыя, водитель танытмаһын тартып ала һәм протокол төҙөй.

...Ошо ваҡиғаны ситтән элек төрмәлә ултырып сыҡҡан бер ир күҙәтеп торған була һәм ул юл ҡағиҙәһен боҙған ҡатынға водитель танытмаһын ҡайтарырға ярҙам итә алам тип өндәшә. Тик был “ярҙамы” өсөн 20 йәшлек енәйәтсе 250 мең һум аҡса һорай.
Ғәмәлдә, әлбиттә, ул бер нисек тә ҡатынға ярҙам итә алмауы билдәле, әммә танытмаһынан “ҡолаҡ ҡағыусы” уға ышанып өлгөрә (йәнәһе, аҙмы ни полицияла “погонлы әүермәндәр”) һәм артабан аҡсаһынан да “ҡолаҡ ҡаға”. Шулай итеп, водитель ҡатын ике тапҡыр закон боҙоп, алданып ҡуя. Ярай әле полиция аҡсаһын ҡайтарырға ярҙам итә.

Р. ӘРМЕТОВ.

Автор:
Читайте нас