ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
«Бөгөн иртән Өфө дәүләт автоинспекцияһы юл-патруль хеҙмәте полкының дежур бүлегенә Затон биҫтәһендә юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр килде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Хендай Крета» водителе Әхмәтов урамында урынлашҡан бинаға бәрелгән. Юл фажиғәһендә бер кем дә зыян күрмәгән», - тип белдерҙеләр баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.