Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
19 Февраль 2024, 06:32

Ял көндәрендә Өфөлә 24 водитель эскән килеш тотолған

Уҙған ял көндәрендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре баш ҡала юлдарында 24 иҫерек водителде, шулай уҡ водитель танытмаһы булмаған ете кешене тотҡан.

Ял көндәрендә Өфөлә 24 водитель эскән килеш тотолғанЯл көндәрендә Өфөлә 24 водитель эскән килеш тотолған
Ял көндәрендә Өфөлә 24 водитель эскән килеш тотолған

Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә Өфөлә бөтәһе 86 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, биш юл һәләкәтендә 3 кеше йәрәхәтләнгән, шуларҙың береһе - бәлиғ булмаған, ә береһенең ғүмере өҙөлгән.

Шулай уҡ юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 641 осрағын теркәгән. Улар араһында иң популярҙары: эләктерелмәгән хәүефһеҙлек ҡайышы (140), балаларҙы ултыртып йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоу (35), йәйәүлеләргә юл биреү талабын үтәмәү (40).

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-19/yal-k-nd-rend-f-l-24-voditel-esk-n-kilesh-totol-an-3649174

 

Автор:
Читайте нас