Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Хәл-ваҡиғалар
1 Март 2024, 10:00

Өс яҡташыбыҙ Һарытау өлкәһендәге ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған

28 февраль төнөндә Һарытау өлкәһендәге юл фажиғәһендә алты кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың өсәүһе — Башҡортостандан. Урындағы дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре ярашлы, Гремячий ҡасабаһына боролған ерҙә «ВАЗ-2112» менән «Лада Гранта» автомобилдәре бәрелешкән.

Өс яҡташыбыҙ Һарытау өлкәһендәге ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булғанӨс яҡташыбыҙ Һарытау өлкәһендәге ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған
Өс яҡташыбыҙ Һарытау өлкәһендәге ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған

Аварияла «Лада Гранта»нан өс кеше — водитель һәм ике пассажир, «ВАЗ-2112»нән өс яҡташыбыҙ — 39 йәшлек водитель, 40 һәм 44 йәшлек пассажирҙар һәләк булған. «ВАЗ-2112» автомобилендәге тағы бер пассажир медицина учреждениеһына оҙатылған.

«Гранта» рулендә 30 йәшлек Азербайжан гражданы ултырған. Февраль башында полиция хеҙмәткәрҙәре наркотик ҡулланып иҫергән сит ил гражданын тотҡан һәм эште судҡа ебәргән. Ул саҡта ул илдән ҡыуылмаған, ә  минималь штраф менән генә ҡотолған.

Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2024-03-01/s-ya-tashyby-arytau-lk-end-ge-ot-os-os-yul-fazhi-end-l-k-bul-an-3665519

Өс яҡташыбыҙ Һарытау өлкәһендәге ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған
Өс яҡташыбыҙ Һарытау өлкәһендәге ҡот осҡос юл фажиғәһендә һәләк булған
Автор:
Читайте нас