«Аэростат пилоты осоштар етәксеһенә телефондан Әмит ауылы (Иглин районы) тирәһендә 800-1000 фут бейеклектә аҡһыл төҫтәге самолет тибындағы БПЛА осҡанын хәбәр иткән, осош йүнәлеше — көньяҡҡа табан. Һауа киңлеген файҙаланыу тәртибен боҙоу теркәлгән», — тиелә хәбәрҙә.
ПВО һәм Эске эштәр министрлығы органдарына мәғлүмәт еткерелгән. Билдәләнеүенсә, «Режим» сигналы иғлан ителмәгән.