Күптәрҙе пулялар
ҡыуып етә
Быға тиклем дә интернеттан, телеэкрандарҙан, радио аша ағылған мәғлүмәттәргә йәнә дөйөм рәүештә күҙ йүгерткәндә, үткән йома Мәскәү өлкәһе Красногорск районында урынлашҡан “Крокус Сити Холл” концерт залында “Пикник” төркөмө концерты башланыр алдынан бинаға баштан аяҡ тиерлек ҡоралланған террорсылар килеп инә һәм... осраған һәр кемгә ата башлай, ә был мәлдә уларҙың ҡаршыһына йөҙәрләгән кеше тап була...
Ҡот осҡос ваҡиға башланғанын күптәр башта аңлап та етмәй, әммә атыш тауыштары яҡыная килгән һайын ҡаза күреүселәр әжәлдең дә эргәлә булыуына төшөнә. Кем ҡайҙа өлгөрә – шунда йәшенергә тип алға ынтыла шул саҡ, урамға сығыу урындарын эҙләй, әммә күптәрҙе пулялар арттан ҡыуып етә, террорсылар яраланғандарҙы эҙләп табып, уларҙы вәхшиҙәрсә атып йә муйынынан салып үлтерә бара. Тотош ғаиләләр ҡосаҡлашып, бер-береһенең күҙҙәренә һуңғы тапҡыр бағып йән бирә...
Артабан йәлләдтәр залға – кешеләр иң күп йыйылған урынға инә, бында иһә мәхшәр тағы ла нығыраҡ төҫ ала: халыҡ, иң ҡәҙерле төшөнсәһен – ғүмерен һаҡлап ҡалырға ынтылып, ишектәргә йүнәлә. Әммә... йәнә күптәрҙе ҡурғаш әжәл билдәләре ҡыуып етә. Залдағы кешеләрҙе атыу менән генә сикләнмәй бандиттар, үҙҙәре менән алып килгән яғыулыҡтарын шартлаталар, ялҡын бинаны ялмап ала, ут тиҙ тарала һәм түбә ишелә... Был мәлдә арттарынан тиҫтәләгән ҡорбан ҡалдырып, вәхшиҙәр алдан әҙерләнгән машиналарында Украина менән сиккә юл тотҡан була инде. Егерме минут эсендә тиерлек күпме кешене ҡырып, ҡулға алынғансы улар 350 километр ара үтеп өлгөрә.
Янғынды ҡотҡарыусылар ҡапыл ғына һүндерә алмай, ут менән көрәшкән арала ҡорбандар һаны арта бара. Ошо сәғәттәрҙә генә тиерлек туҡталған емеректәрҙе аҡтарыу һөҙөмтәһендә йәнә вафат булыусыларҙың кәүҙәләре табыла торҙо. Бәхеткә күрә, бихисап иҫәндәрҙе лә таба алдылар емереклектәр араһынан.
Йөҙәрләгән кеше дауаханала, уларҙың ғүмере өсөн ысын мәғәнәлә илдең иң яҡшы табиптары көрәшә, күптәр аңына килә, кемдер күҙҙәрен мәңгелеккә йома. Был мәхшәрҙең теракты тамам, тик эҙемтәһе башланып ҡына тора әле – йөҙ йыл үтер, әммә һуңғы егерме йыл эсендә донъяла булған иң ҙур һәм ҡорбанлы теракт хаҡында иҫләрҙәр әле, һабаҡ булыр тип өмөтләнергә ҡала.
Ҙур теракт нигеҙендә кескәй енәйәттәр ята
Ғәҙәттә төп ваҡиға ирекһеҙҙән быға тиклем иғтибар итмәгән күренештәр тураһында ла уйланырға мәжбүр итә. Ошондай саҡтарҙа кемдең кем икәнлеге беленә, тиҙәр. Әлеге теракт та бер юлы бер нисә мәлгә туҡталырға саҡыра. Беренсенән, әлеге, хатта Мәскәү үҙәгендә лә дрондар осҡан, тыныс булмаған заманда йәшәгәндә ошо тиклем һанлы кеше ҡатнашлығында, әммә бер полиция хеҙмәткәре лә булмаған (шунда булған кешеләр һөйләүенсә) сара үтеүе, “ашығыс ярҙам” бригадаһы булмауы, һаҡсыларҙың күренмәүе, ә инде кешеләр ингән мәлдә тейешенсә тикшереү (тентеү) үткәрмәүҙәр халыҡта ғына түгел, тейешле хеҙмәттәрҙең иң юғары вазифа биләгән вәкилдәрен дә уйландырмай ҡалмайҙыр. Айырым һүҙ запас йәки ошондай хәл килеп тыуған хәлдә сыға торған ишектәр менән аңлашылмаусанлыҡ: ҡайһы берәүҙәр, сағыштырмаса, урамға тиҙ йүгереп сыҡҡан, ә кемгәлер ишек емерергә тура килгән бит. Әлбиттә, ваҡыты еткәс барыһына ла тейешле баһа бирелер, әммә әлеге мәлдә үк ошо ваҡиғала ҡаза күреүселәрҙең һөйләгәндәре – үҙе үк факт, үҙе үк әлегеләй биналарҙы хәүефһеҙлек менән һаман да тейешенсә кимәлдә тәьмин итмәйҙәр тигән фекер тыуҙыра. Хәйер, ҡайһы бер видеоларға күҙ һалғанда, атыш мәлендә фойела кинологтар күренә.
Артабан иһә әлеге террорсыларҙың Рәсәйгә нисек килеп эләгеүҙәре, гражданлыҡ алыуҙары, ә гражданлығы булмағанының нисек йәшәүе шулай уҡ ҙур һорау билдәле ҡуйырға мәжбүр итә күптәрҙә. Йәнә “коррупция еҫе” сыға һымаҡ, ә бит был билдәле енәйәт мәлендә асыҡланған сит ил граждандары ғына, беҙ белмәгәндәре, асыҡланмағандары күпме!?. Үҙ кимәлендә нимәгәлер “күҙ йомоп”, артабан ошо арҡала ҙур ҡаза сәбәпсеһе булыуҙары хаҡында уйланһындар ине ул ошо ваҡиғанан һуң законды боҙоусылар.
Атай кеше ғаиләне кәүҙәһе менән ҡаплап ауа
Был ҡот осҡос фажиғә мәлендә тағы бер күренеш бөтә донъяны аптыратты һәм һоҡландырмай ҡалманы: ошо тиклем мәхшәр ҡупҡан мәлдә лә күптәр һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлай алып, үҙҙәрен ҡулға алып, үҙҙәрен генә түгел, йөҙәрләгән кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалды. Улай ғына ла түгел, терактта ҡаза күреүселәр һөйләнеүенсә, кешеләр паникаға бирелеп бер-береһен тапап-иҙеп йүгермәгән, ойошҡанлыҡ күрһәтеп, мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып, ишектәргә ағылған, йығылып киткәндәрҙе торғоҙошоп алға атлаған. Нисек кенә бул-маһын, был – кешеләрҙең берҙәмлегенә ҙур ишара! Күрәһең, һынау сыныҡтыра һәм һүҙем әлеге теракт тураһында ғына түгел.
Ҡурҡмайынса, террорсыларҙың бе-реһенә ташланған ике ир, йөҙәрләгән кешеләрҙе арттарынан алып сыҡҡан гардеробта эшләүсе Артем Донсков, Ислам Хәлилов һәм Артем Филимонов исемле 14 йәшлек кенә үҫмерҙәр, һаҡсы һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр, осраҡлы кешеләр – һәммәһе лә герой! Уларҙың һәр береһе айырым тарихҡа һәм наградаға лайыҡ. Ә инде ошо көндәрҙә көндәрен төнгә ялғап, бурысын атҡарған ҡотҡарыусылар, именлек хеҙмәте, полиция, янғын һүндереүселәр, табиптар, ҡан биреүселәр, волонтерҙарға айырым рәхмәт еткерә халыҡ. Былар барыһы ла, илебеҙҙе нисек кенә ҡаҡшатырға маташһалар ҙа, беҙ ныҡ икәнлеген күрһәтә.
Шул уҡ ваҡытта... кәүҙәләре менән ғаиләләрен ҡаплап һәләк булғандар күпме? Беренсе миҫал: террорсы ҡорал тоҫҡағас, тотош ғаилә ҡаса башлай, ғаилә башлығы арттан килә – ҡатынын һәм ҡыҙын кәүҙәһе менән ябып бөтә утты үҙенә ала, тик пуля ҡыҙын да эләктереп өлгөрә. Атай кеше ғаиләне ҡаплап бергә ауалар, террорсы үтеп киткәнсе ғаилә башлығының аҡҡан ҡаны аҫтында яралы ҡыҙы һәм ҡатыны үлгән һымаҡ булып ята һәм ошо рәүешле улар Олегтың батырлы-ғы арҡаһында иҫән ҡала. Ошо мәлдә ҡатын кеше ғүмерендәге иң ауыр һайлау алдында ҡала – ире янында ҡалырғамы әллә яралы ҡыҙын алып сығырғамы – әсә йөрәге икенсеһен һайлай!.. Ә бит бындай һайлау алдында был ғаилә генә тормағандыр. Икенсе миҫалда Максим Вербенин исемле инвалид егет һөйгән йәрен үҙ кәүҙәһе менән ҡаплап һәләк була. Террорсылар уға бер нисә тапҡыр атҡас, егет һуңғы көсөнә бөтә кәүҙәһе менән һөйгән ҡыҙын ҡаплай. Әле беҙ белмәгән геройҙар күпме!?...
Бер нисә сәғәт алдан китеп өлгөрәләр
Стәрлетамаҡтан булыусылар ара-һында тотош ғаилә концерт ҡарарға бара ул көндө. Юрий менән Ольга атыш башланғада залда ултыра һәм, террорсылар залға килеп ингәс, ир кеше ҡатынын ултырғыстар араһына йәшерә, үҙе уны ҡапларға тырыша. Янғын башланғас та улар сәхнә артында запас сығыу урыны барлығын аңлап, шул яҡҡа йүнәлә, сығып барғанда ир кеше шуға иғтибар итә: “Яралылар юҡмы икән тип ҡарағанда, эргәлә лә, артта ла иҫәндәр юҡ ине инде...” – тип иҫләй ул көндө яҡташыбыҙ.
Әйткәндәй, ҙур бинала был көндө, билдәле, бер нисә сара бара һәм бейеү спорты буйынса чемпионатта Өфө командаһы ла сығыш яһай. Яҡташтарыбыҙ бәхеткә күрә бер нисә сәғәт алдан сығыш яһап, ҡунаҡханаға ҡайтып өлгөрә, ә бына уларҙың тренерҙары, башҡаларҙың сығыштарын ҡарайым тип, кире бара һәм нәҡ шул мәлдә атыш башлана ла инде. Бәхеткә күрә, Светлана Басюк урамға сығып өлгөрә.
Был ваҡиғала тағы бер Башҡортостан вәкиле бар. Ул музыкант, әле Санкт-Пе-тербургта йәшәүсе Рөстәм Сөләймәнов, ул концертта ҡатнашырға тейеш булған һәм атыш тауыштары башланғас, сәхнә артында ултырған. Яҡташыбыҙ шулай уҡ урамға сығып өлгөрә.
Путин: “Һәр кем мотлаҡ үҙ язаһын аласаҡ!”
Был ваҡиға бер кемдең иғтибарынан да ситтә ҡалманы. Ә Рәсәй Президенты Владимир Путин теракт булғандың икенсе көнөнә Рәсәй халҡына былай тип мөрәжәғәт итте: “Беҙ, фронттағы яугирҙәр, ил халҡы был мәлдә берҙәм булырға тейеш. Был террористик ваҡиға артында торған һәр кем мотлаҡ үҙ язаһын аласаҡ! Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ошондай минуттарҙа бергә булған халыҡҡа, битараф булмаған граждандарға рәхмәт”, – тине Владимир Путин. 11 бандит тотолған, уларҙың дүртәүһе – нәҡ кешеләрҙе атып йөрөгән террорсылар. Президент үҙ сығышында ошо хаҡта ла әйтте. Ул террорсылар ҡасып барғанда Украина яғына йүнәлгәнен дә белдерҙе, ә шул уҡ ваҡытта Көнбайыш та, Украина ла, имеш, был ваҡиғала ҡатнашлығы юҡлығы тураһында аҡлана, *“Ислам дәүләте” ойошмаһына япһаралар. АҠШ-тың именлек хеҙмәте Рәсәйҙәге коллегаларына ошо айҙа ҙур теракт буласағы хаҡында мәғлүмәт биргән, тиҙәр.
Был ваҡиғанан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та социаль селтәрҙәрҙә үҙ позицияһын бел-дерҙе һәм мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Бөтә ил бергә ҡайғыра, юғалтыу кисерә бөгөн.
Донъялар ҡасан тынысланыр, Кеше?!.
Террорсыларҙың барыһы тажик мил-ләтенән, хәйер, терроризмдың милләте һәм дине бармы һуң? Кемдер Рәсәй гражданы булһа, кемдер был хоҡуҡҡа дәғүә итеп тә тормаған. Шуныһы ла мәғлүм: барыһы ла етди әҙерлек үткән йәлләдтәр!.. Украина ебәргән, АҠШ “ярҙам иткән”, яуаплылыҡты йәнәһе *“ИГИЛ” үҙ өҫтөнә алған...Иң мөһиме, Владимир Путин әйткәнсә, башҡарыусылары ла, ҡотортоусылары ла, кем һәм ҡайҙа булыуҙарына ҡарамаҫтан, язаһын алырға тейеш һәм шулай буласаҡ та. Тағы шуныһы: был хәлдән һуң терактты ойоштороусыларҙың хыялын тормошҡа ашырып, ошо ваҡиға нигеҙендә милләт-ара, дини-ара низағ сығырға тейеш түгел! Бөгөнгө көндә бөтә ваҡиғаларҙы бер йөрәктән кисергәндә шуныһын да аңлау фарыз, әлбиттә.
...Кеше ғүмеренең хаҡы бармы? Билдәле, сикһеҙ ҡиммәт, иң ҡиммәте ғүмер! Ә бына ошо ғүмерҙәрҙе ҡыйырға тип террорсыларға 500 мең һум вәғәҙә итәләр, барыһына бергәме, һәммәһенә айырыммы – уныһы инде мөһим түгел, ошо тиклем енәйәткә барған кешеләрҙең аңдары был тиклемде ҡылырға нихәл уйланы икән? Үҙ аңдарында булғандармы улар?!. Һәр хәлдә, тамуҡтың мәңгелек утлы ғазабында янырға тейеш, минеңсә. Башҡаса булыуы мөмкин түгел.
Йәнә берҙәм һәм уяу булырға ла саҡыра был ваҡиға, һәр минуттың ҡәҙерен белергә өндәй. Һәләк булғандарҙың яҡындарына сабырлыҡ бирһен Хоҙай, яра-ланғандарға тиҙерәк һауығыу теләйбеҙ. Донъялар ҡасан тынысланыр һуң, Хоҙай?! Донъялар ҡасан тынысланыр, Кеше?!.
Рәмил МАНСУРОВ.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
* Рәсәйҙә тыйылған террористик ойошма.