«Етди емереклектәр юҡ, предприятиеларҙың технологик процесы боҙолмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алабуғала бинаның емерелеүе һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр бар. Уларға барлыҡ тейешле ярҙам күрһәтелә», – тиелә рәсми хәбәрҙә.
Республика етәксеһе Рөстәм Миңлеханов Кама аръяғындағы хәл тураһында оператив мәғлүмәт алып тора.
«Хәҙер тыныслыҡ һаҡлау һәм ошо енәйәтте ҡылған кешеләр аңлы рәүештә булдырырға тырышҡан паникаға бирелмәү бик мөһим», – тип билдәләне Татарстан Рәисе.
«Алабуға» махсус иҡтисади зонаһында ятаҡҡа һөжүм иткән пилотһыҙ осоу аппараттары НАТО илдәренең ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Был хаҡта махсус иҡтисади зонаның генераль директоры Тимур Шаһивәлиев белдерҙе.
Видео БЮТ.