Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 апрелгә ҡарай төндә Ишембайҙың Докучаев урамындағы кафела эсеп иҫергән бер нисә ир-егет һүҙгә килешкән. Һуғыша башлағас, Галустян пневматик пистолетын сығарып, атып ебәргән, әммә пуля низағҡа бер ҡатнашы ла булмаған, ситтә баҫып торған егеттең башына тейгән. Был хәлдең шаһиттары уның пистолетын тартып алған, шунан һуң ир ҡасып киткән. Уны федераль кимәлдә эҙләү иғлан ителде.
Яраланған егет дауаханала йән биргән.