Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
15 Апрель , 15:05

Башҡортостанда 27 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Башҡортостанда тәбиғәт янғындарын, шулай уҡ янғын сығыу хәүефен кәметеү өсөн республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Марат Латипов 27 апрелдән махсус бойороҡҡа тиклем республика биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итте.

Башҡортостанда 27 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Башҡортостанда 27 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Уның һүҙҙәренсә, әлеге осорҙа янғын хәүефһеҙлегенә өҫтәмә талаптар ҡуйыла (шул иҫәптән усаҡ яғыу, ҡоро үлән, сүп-сар үртәү тыйыла, граждандарҙың урмандарға барыуы сикләнә һәм башҡалар).

«Бер үк ваҡытта янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең яуаплылығы арта», — тип билдәләне Марат Латипов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.

«27 апрелдә республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерәбеҙ. Бөтә көсөбөҙ һәм сараларыбыҙ бар, әҙерләнәйек», — тине Башҡортостан етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн штрафтар түбәндәгесә:

  • граждандарға — 10-20 мең һум;
  • вазифа биләүселәргә — 30-60 мең һум;
  • юридик шәхес булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыусыларға — 60-80 мең һум;
  • юридик шәхестәргә — 400-800 мең һум.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-04-15/27-apreld-n-respublikala-yan-yn-a-arshy-mahsus-rezhim-inderel-3728243

 

Автор:
Читайте нас: