Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
19 Апрель , 17:53

Башҡортостанда атҡаҙанған муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәре исеме булдырыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 19 апрелдә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең XIV съезының пленар ултырышында ил етәкселегенең, йәмғиәттең муниципаль власҡа күберәк иғтибар бүлеүен билдәләне. Ғинуарҙа тәүге тапҡыр илебеҙҙә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» форумы уҙҙы, унда миллионлы ҡала мэрҙарынан алып ауыл биләмәләре башлыҡтарына тиклем 7,5 мең кеше йыйылды. Республикабыҙҙан ҙур делегация барҙы. Президенттың «Рәсәйҙең атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» маҡтаулы исемен булдырыуы әһәмиәтле ваҡиға булды.

Башҡортостанда атҡаҙанған муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәре исеме булдырыла
Башҡортостанда атҡаҙанған муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәре исеме булдырыла

«Шуға бәйле күп коллегаларыбыҙҙың дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында ҙур эш стажына эйә булыуын иҫәпкә алып, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырырға ҡарар иттек. Оҙаҡ йылдар Ватанға лайыҡлы хеҙмәт иткән коллегаларҙың эшен юғары баһаларға кәрәк», - тине Радий Хәбиров.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2024-04-19/bash-ortostanda-at-a-an-an-munitsipal-m-d-l-t-he-m-te-he-m-tk-re-iseme-buldyryla-3735414

 

Автор:
Читайте нас: