Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡта ике автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә пассажирҙар зыян күргән

Стәрлетамаҡта дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике автобус ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, авария бөгөн иртәнге сәғәт 9 тирәһендә Хоҙайбирҙин урамындағы «Башҡорт гимназияһы» туҡталышы янында теркәлгән. 

Стәрлетамаҡта ике автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә пассажирҙар зыян күргән
Стәрлетамаҡта ике автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә пассажирҙар зыян күргән

«ПАЗ» автобусы водителе юл ыңғай барған «ГАЗель Некст» менән бәрелешкән. «ГАЗел»дең ике пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Ике автобус та маршрутҡа сыҡҡан, «ГАЗел»дә — 20, «ПАЗ»да 10 пассажир булған.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2024-05-02/st-rletama-ta-ike-avtobus-atnashly-ynda-y-yul-fazhi-end-passazhir-ar-zyyan-k-rg-n-3750175

 

Автор:
Читайте нас: