Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Июнь , 12:00

Башҡортостанда 20 йәшлек водитель һәм уның 19 йәшлек пассажиры аварияла һәләк булған

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Шаран районында теркәлгән үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Башҡортостанда 20 йәшлек водитель һәм уның 19 йәшлек пассажиры аварияла һәләк булған
Башҡортостанда 20 йәшлек водитель һәм уның 19 йәшлек пассажиры аварияла һәләк булған

Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн таңғы 4 тирәһендә Шаран - Яңы Балтас - Андреевка автомобиль юлының 17-се саҡрымында йәштәрҙең ғүмере өҙөлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель таныҡлығы булмаған 20 йәшлек егет «Лада Приора» автомобиле менән идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан ситкә сығып осҡан һәм электр бағанаһына бәрелгән.  Автомобиль янып киткән.

Водитель һәм уның пассажиры, 19 йәшлек ҡыҙ урында урында йән биргән.

Икенсе пассажир, 21 йәшлек ҡыҙ, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, дауаханаға килтерелгән ҡыҙҙы табиптар ҡарағандан һуң өйҙә дауаланырға ҡайтарған.

 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2024-06-14/sharan-rayonynda-20-y-shlek-voditel-m-uny-19-y-shlek-passazhiry-avariyala-l-k-bul-an-video-3809420

 

Автор:
Читайте нас: