Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
18 Июль , 12:01

Республикала ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 50 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Йыл башынан Башҡортостанда ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 50 юл фажиғәһе теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығында.

Республикала ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 50 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән
Республикала ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында 50 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Йышыраҡ ҡоралайҙар һәм мышылар, һирәгерәк ҡабандар тәгәрмәс аҫтында ҡала, тип белдерҙеләр министрлыҡта һәм водителдәргә юлда, айырыуса эңер ваҡытында һәм төндә иғтибарлыраҡ булырға кәңәш бирҙеләр.

Хайуандарҙың үҙҙәрен нисек тоторон белеп булмай. Шуға күрә водителдәргә тиҙлекте кәметеү һәм ваҡытында туҡтап өлгөрөү өсөн хәүефһеҙ тиҙлек режимын теүәл үтәргә кәрәк. «Ҡырағай йәнлектәр» тигән юл билдәләре ҡуйылған урындарҙа айырыуса иғтибарлыраҡ булыу талап ителә.

Ҡырағай хайуандар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһын Башҡортостандың ЮХХДИ һәм Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре теркәргә тейеш. ОСАГО страховка полисы бар икән, килтерелгән зыянды ҡаплауҙан ҡотолорға мөмкин. Был осраҡта страховка компанияһы түләй. Юл-транспорт ваҡиғаһына тарыһағыҙ, бәрҙерелгән йәнлек янына яҡын барырға, шулай уҡ юл фажиғәһе урынын ташлап китергә ярамай. Бының өсөн водителде 1,5 йылға тиклем автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙары ихтимал.

Ҡыр йәнлектәре менән юл фажиғәһенә осраһағыҙ, 112 йәки 8 (347) 218-04-30 телефондарына шылтыратығыҙ.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-07-10/yyl-bashynan-respublikala-yra-ay-y-nlekt-r-atnashly-ynda-50-yul-transport-va-i-a-y-terk-lg-n-3842675

 

Автор:
Читайте нас: