Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария урынына ҡотҡарыусылар килгән, ҡорбандар юҡ, ике кеше имгәнгән. Уларға беренсе ярҙам күрһәтелгән.
Әле дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре был хәлдең сәбәптәрен асыҡлай. Бер һыҙат буйынса реверсив хәрәкәт ойошторолған.
Юлда көслө томан, тип өҫтәнеләр ведомствола. Шуға 146-сы саҡрымдан (Яңы Васильевка) 170-се саҡрымға тиклемге участкала (Салауат) машиналар өсөн ваҡтылса сикләү индерелгән.
ИА "Башинформ."