Гөманлы (ауырлы) булыуҙы хәбәр итеү ҙур шатлыҡ менән ҡабул ителгән. Ғәҙәт буйынса, килендең гөманлы булыуы хаҡында ололарға кейәү егеттең һеңлеләре еткергән.
Башҡорт ҡатындары, ҡорһаҡтары беленгәнгә тиклем, гөманлы булыуҙарын йәшерергә тырышҡан, беренсенән, тәрбиә әҙәбе, икенсенән, күҙ тейеүҙән һаҡлағандар. Буласаҡ әсәнең ҡорһағына ни тиклем әҙерәк ҡарайҙар, баланың сәләмәтлеге шул тиклем һаҡлаулы була, тип иҫәпләгәндәр. Шул сәбәпле, күп кенә ҡатындар бесән мәлендә – яланда, бүтән эш өҫтөндә, йәғни тейешле шарттар булмаған ерҙә бала тапҡан. Гөманлы ҡатын-ҡыҙ, ғәҙәттә, ниндәйҙер айырым иғтибар талап итмәгән, башҡалар менән бер рәттән эшләгән, берҙәй тигеҙ донъя көткән. Хужалыҡта ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте ҙур роль уйнаған, бөтә өй мәшәҡәте улар иңендә ятҡан.
ХIХ быуатта уҡ этнограф һәм тарихсы Павел Небольсин яҙып ҡалдырған: «Тирмәнән сығыу менән башҡорт ҡатындары бейә һәм һыйыр һауырға тотона, ҡымыҙ бешә, алдағы һаҡлыҡҡа май һәм ҡорот әҙерләй, яҙ көндәре етештереп ҡуйған киндерҙән кейем тегә, бөтә ғаиләгә етерлек ойоҡбаштар һәм бейәләйҙәр бәйләй, итектәр тегә, ғөмүмән, хужалыҡтағы бик күп эштәрҙе башҡара. Бесән ваҡытында ялан-ҡырҙарҙа эшләй, ә унан һуң йәнә өй мәшәҡәттәренә сума».