«Бөгөн иртән Түбәнге Кама күгендә ПВО көстәре пилотһыҙ осҡосто бәреп төшөрҙө. Бөтә хеҙмәттәр ҙә оператив рәүештә эшләне. Хәүефһеҙлек системаһы эшләне. Зыян күреүселәр һәм емереклектәр юҡ. Предприятиеларҙың технологик процесы боҙолманы», – тине ул.
Шул уҡ ваҡытта Росавиация Ижевск, Түбәнге Кама һәм Ҡазан аэропорттарында сикләү индерелеүе тураһында хәбәр итте. Бынан тыш, Киров һәм Санкт-Петербург һауа ҡапҡалары ябылды.
«Сикләүҙәр граждандар самолеттарының именлеген тәьмин итеү өсөн индерелде», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Башинформ.