Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
20 Июнь 2025, 16:36

Электр бағанаһына бәрелеп, машина янып киткән

Электр бағанаһына бәрелеп, янып киткән машина эсендә биш кеше булған.

Электр бағанаһына бәрелеп, машина янып киткән
Электр бағанаһына бәрелеп, машина янып киткән

Бөгөн иртәнге сәғәт алтынсыла Өфөнөң Сельская Богородская урамында БМВ машинаһы йәйәүлеләр үткәүелендә юлдан ситкә осоп сығып, бағанаға бәрелгән һәм янып киткән. 

Бер кеше йән биргән, дүрт кеше ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған, тиелә рәсми хәбәрҙә. Кешеләрҙе емерек автомобиль эсенән БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре сығарған. 

Фажиғә буйынса тикшереү бара, урында ашығыс хеҙмәттәр эшләй. 

Фото: МЧС РБ.

Видео: БР Дәүләт автоинспекцияһы.

 

Электр бағанаһына бәрелеп, машина янып киткән
Электр бағанаһына бәрелеп, машина янып киткән
Автор:
Читайте нас