Билдәһеҙ водитель, "BMW X5" автомобилендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин проспекты буйлап хәрәкәт иткәндә, үткәүел аша сығып барған ике 18 йәшлек ҡыҙҙы тапап, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасып китә.
Авария һөҙөмтәһендә зыян күреүселәрҙең береһен күп һанлы йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар. Икенсе зыян күреүсе медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң дауахананан сығарыла.
Оператив-эҙләү саралары барышында сит ил автомобиле водителе ҡулға алына. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 30 йәшлек ир иҫерек булған.
Медицина тикшереүендә уның үпкәһенән сыҡҡан һауала 0,809 мг\л алкоголь булыуы асыҡланған.
Был ир 2025 йылда эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүе асыҡлана. Суд ҡарары буйынса уға 18 айға транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән.
Ир СИЗО-ла ултыра.