Башҡортостан Республикаһы территорияһында янғынға ҡаршы махсус режим 2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем ғәмәлдә. Тейешле бойороҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған.
Режим Яңы йыл һәм Раштыуа байрамында янғындар менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн индерелә.
Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған, кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығына хәүеф тыуҙырған объекттарҙа мәҙәни-киң күләмле саралар үткәреү, шулай уҡ махсус йыһазландырылған урындарҙан тыш асыҡ ут тоҡандырыу тыйыла.
Был осорҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәгән өсөн штрафтар икеләтә арта.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғындар һанын кәметеү һәм кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймаҫ өсөн республика граждандарын һәм ҡунаҡтарын юғарылағы тыйыуҙарҙы үтәргә саҡыра.
Ә.МАНСУРОВА фотоһы.