Ашҡаҙар
+4 °С
Ясно
Хәл-ваҡиғалар
15 Апреля , 08:58

Бәләбәйҙә ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Бәләбәй районында теркәлгән авария дүрт кешенең ғүмерен өҙгән. Таңғы сәғәт алтыла Бәләбәй – Приют автомобиль юлының 28-се километрында «Дэу Нексия» юл ситенә сығып осҡан. Машина түңкәрелгән. Рулдәге үҫмерҙең водитель таныҡлығы юҡ.  

Бәләбәйҙә ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгәнБәләбәйҙә ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән
Бәләбәйҙә ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән

Юл фажиғәһендә 27 йәшлек ир, 29, 28 һәм 25 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар һәләк булған. Водитель үҙе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эшен координациялау, шулай уҡ хәл-шарттарҙы асыҡлау өсөн Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полиция полковнигы Олег Дмитриев юл-транспорт ваҡиғаһы урынына барған. Тикшереү башланған, тип хәбәр иттеләр дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Башинформ.

Бәләбәйҙә ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән
Бәләбәйҙә ҡурҡыныс аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән
Автор:
Читайте нас