Ашҡаҙар
+9 °С
Ясно
Хәл-ваҡиғалар
22 Октября , 10:59

Тубыл ҡалаһы янындағы юл фажиғәһендә ете кешенең ғүмере өҙөлгән

Төмән өлкәһендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Тубыл янындағы Төмән – Ханты-Манси федераль автомобиль трассаһының 276-сы километрында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Тубыл ҡалаһы янындағы юл фажиғәһендә ете кешенең ғүмере өҙөлгәнТубыл ҡалаһы янындағы юл фажиғәһендә ете кешенең ғүмере өҙөлгән
Тубыл ҡалаһы янындағы юл фажиғәһендә ете кешенең ғүмере өҙөлгән

Урындағы дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 21 октябрҙә «Фольксваген Каравелла» минивэны «Юл эштәре» билдәһе зонаһында реверсив хәрәкәтле светофор янындағы транспорт колоннаһында хәрәкәт итә башлаған йөк машинаһына барып бәрелгән. Минивэн тулыһынса янып бөткән.

Сургутҡа китеп барған минивэнда 8 пассажир һәм водитель булған, 7 кешенең ғүмере өҙөлгән: дүрт ир-ат һәм өс ҡатын-ҡыҙ. Ике кеше, 33 йәшлек водитель һәм 57 йәшлек пассажир, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Минивэн Сибайҙан өс пассажир менән сыҡҡан, юлда йәнә Силәбе һәм Төмән өлкәләрендә пассажирҙар ултырған.

Асыҡланыуынса, «Фольксваген» конструкцияһына үҙгәрештәр индерелгән, йәйгеһен машинаға газ баллоны ҡорамалы ҡуйылған, был Дәүләт автоинспекцияһында законлаштырылған. Водителдең стажы – 15 йыл, быйыл ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 7 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡлана. Уларҙың иң йәшенә – 35, иң өлкәненә 65 йәш тирәһе.

 

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас