Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
28 Март 2023, 16:54

Ватансылыҡ тойғоһо күңелдәрҙе биләне

Яңыраҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы педагогика һәм психология факультетында ғәҙәти булмаған дәрес үтте, уға хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ир егеттәр саҡырылғайны. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы вуздың фәнни эш буйынса директор урынбаҫары, тарих фәндәре кандидаты Павел Алешин, педагогика һәм психология факультеты деканы, педагогия фәндәре кандидаты Лилиә Абдуллина сәләмләне.  

Ватансылыҡ тойғоһо уятҡан дәрескә “Набат” Чечен Республикаһында хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар союзы» йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Илдус Мәнәпов, Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветеран Альберт Ғиниәтуллин,  Чечен республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, шулай уҡ  махсус хәрби операцияла булған ветеран Константин  Пашковский килгәйне.

Сарала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү килтергән геройҙарҙың фотоһүрәттәре аша йәштәр илебеҙ тарихында әһәмиәткә эйә шәхестәрҙе белде, кемдер иҫенә төшөрҙө.  Шулай итеп Маршал Георгий Жуков,  уҡсы- автоматсы Александр Матросов, летчик Алексей Маресьев, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов, летчик Иван Кожедуб, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған беренсе ҡатын-ҡыҙ Зоя Космодемьянская һәм фашистарға ҡаршы көрәшкән “Йәш гвардиясы” ойошмаһы ағзалары фотолары күҙ алдына баҫты. Ә инде “1941 йылғы 10-А класс  уҡыусылары” сығышын ҡарағанда бөтә зал иланы тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ, залдағы уҡытыусылар,  Бөйөк Ватан һуғышы касафатын үҙендә татыған быуын был сығышты тыныс ҡына ҡарай алманы. Студенттарҙың ошо сығышына ҙур “бишле”ле билдәһе ҡуйырға була!

Шулай уҡ Динара  Исламғолованың скрипка моңдары,  Ләйсән Әминеваның  “Смуглянка” йыры берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Алып барыусыларҙың Афған, Чечня хәрби хәрәкәттәре тураһындағы  мәғлүмәттәре лә бик фәһемле  булды.  Ул хәрәкәттәрҙә  вафат булғандарҙы ла  бер минут тын тороп иҫкә алдыҡ. Полина Рурас  башҡарған “Афған вальсы” йыры  шулай уҡ күҙҙәргә йәштәрҙе төйөлдөрҙө. Осрашыу һуңында Гөлдәриә Төрөшөва башҡарған башҡорт халыҡ бейеүе милли тарихыбыҙ хаҡында уйландырһа, Илһам Абдуллин башҡарыуында “Кейек ҡаҙ юлдары” йыры Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ тураһында уйланырға этәрҙе.  Шулай уҡ Пионерҙар һарайынан килгән балаларҙың дәртле бейеүҙәре һәм педагогика һәм психология факультеты уҡытыусылары башҡарған Ватан тураһындағы йыр ҙа беҙҙе совет заманына алып ҡайтып, аяҙ бала саҡ хәтирәләренә күмде, бөгөнгө көндөң ҡәҙерен арттырҙы.

Концерттан һуң  “Набат” союзы ағзалары ҡорал күнекмәләре  һәм ҡоро паек күрһәттеләр, ә студенттар автоматты һүтеп, киренән йыйып ҡараны.

Үткәндәрһеҙ бөгөнгөбөҙ юҡ тигәндәй, артабан республикабыҙҙың, Ватан тарихының мөһим этаптарында илебеҙ сәскә атһын өсөн, баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүе хаҡында һүҙ барҙы.

Әлбиттә, бындай сараларҙың йәштәргә тәьҫире лә  ифрат та көслө була, тәьҫораттар ҙа мәңге йөрәктә ҡала!..

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото факультет сайтынан алынды.

Ватансылыҡ тойғоһо күңелдәрҙе биләне
Ватансылыҡ тойғоһо күңелдәрҙе биләне
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: