Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Февраль , 11:35

Башҡортостанға беренсе президент Мортаза Рәхимов төшөрөлгән келәм бүләк иттеләр

«Азербайжан халыҡтарының азербайжан милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортона Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов төшөрөлгән үҙенсәлекле келәм бүләк итте.

Башҡортостанға беренсе президент Мортаза Рәхимов төшөрөлгән келәм бүләк иттеләр
Башҡортостанға беренсе президент Мортаза Рәхимов төшөрөлгән келәм бүләк иттеләр

— Келәмде үҙ ваҡытында Мортаза Ғөбәйҙулла улының дуҫы, Башҡортостан Республикаһы Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығының Азербайжандағы вәкиле Азиз Аскеров бүләк итергә теләгәйне, — тип хәбәр итә учреждениеның матбуғат хеҙмәте. — Үкенескә күрә, был ниәткә бойомға ашырға яҙманы. Азиз Тофик улының ғаиләһе Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан һәм ошо дуҫлыҡ хөрмәтенә келәмде Башҡортостанға Халыҡтар дуҫлығы йорто аша тапшырырға ҡарар итте.

7 февралдә республика парламенты ҡаршыһында Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыла. Монументтың авторы — Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең авторы Салауат Щербаков.

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2024-02-06/bash-ortostan-a-berense-prezident-mortaza-r-himov-t-sh-r-lg-n-kel-m-b-l-k-ittel-r-3631807

 

Автор:
Читайте нас: