Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
29 Февраль , 00:14

Өфөлә легендар мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадировҡа һәйкәл ҡуйылыуы ихтимал

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә татар йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашыуҙа уларҙың Өфөлә легендар мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадировҡа һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен хупланы.

Өфөлә легендар мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадировҡа һәйкәл ҡуйылыуы ихтимал
Өфөлә легендар мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадировҡа һәйкәл ҡуйылыуы ихтимал

«Яңыраҡ Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа һәйкәл астыҡ. Быйыл Өфөлә егерме йыл республика менән етәкселек иткән Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асырға теләйбеҙ. Әлбиттә, беҙҙең бурыс — геройҙар — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар мемориалын булдырыу. Һәйкәлдәр парктарҙы һәм скверҙарҙы тәртипкә килтерергә ярҙам итә. Ваҡыты етер, Өфөлә бөйөк мотоуҙышсы һәм республикабыҙҙың башҡа күренекле шәхестәренә лә һәйкәл ҡуйырбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Ғабдрахман Ҡадиров — СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионы.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-02-28/f-l-legendar-motou-yshsy-abdrahman-adirov-a-yk-l-uyylyuy-ihtimal-3661171

 

Автор:
Читайте нас: