Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Апрель , 11:23

ӘҮЛИӘ ҺЫМАҠ ИНЕ УЛ!..

“...Авторҙың тәүге йыйынтығында тормошҡа, тыуған илгә, кешеләргә ихлас мөнәсәбәтен һәм мөхәббәтен сағылдырған шиғырҙары тупланды”, – тип яҙылған Вил Бәшир улы Ғүмәровтың (Кәбир Ғүмәр) 1983 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫтырылған “Тау йылғаһы” тигән шиғырҙар китабының баш һүҙендә. Китаптың редакторы шул дәүерҙә нәшриәттә эшләгән, алты йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт мәҙәни һәм мәғариф усаҡтарын астыртыуҙы етәкләйәсәк, беҙ яратҡан патриот шағир Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин булған! Китаптың баш һүҙенән өҙөктө лә, редакторын да осраҡлы телгә алманым. Уйлай китһәк, был ҡылыҡһырлама бер китаптың шиғырҙарына ғына түгел, Вил Бәшир улының тотош булмышына тура килә. Ысын мәғәнәлә халҡым тип йәшәне, халҡым тип янды бит ул! Рауил Ниғмәтуллин менән бергә, беҙ ул замандың тотош бер ҡыйыу быуыны ҡала миҫалында ғына ла башҡорт мөхитен киңәйтеүгә күпме көс түктек! Үкенескә ҡаршы, күптәр инде арала юҡ, ошо көндәрҙә Вил Ғүмәров та үҙенең 75 йәшлек юбилейын ҡаршы алыр ине. Бөгөн уның тормошона, булмышына шиғри юлдары (әҫәрҙәренә анализ) аша тағы бер бағайыҡ әле.

ӘҮЛИӘ ҺЫМАҠ ИНЕ УЛ!..
ӘҮЛИӘ ҺЫМАҠ ИНЕ УЛ!..

“Минең күңел – ҙур ауыл”

Китапты асып, тәүге шиғырҙарҙы уҡығас, Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлаған, донъя гиҙеп, Пермь, Мурманск, алыҫ Самотлор яҡтарында инженер булып эшләп өлгөргән, төнгө сменаларҙа тир түгеп ҡайтҡас, Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, “Ағиҙел” журналында, гәзит редакцияларында эшләгән, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә мөхәррир булған, 34 йәшлек шағирҙың тәрән хистәргә бай шиғырҙарындағы күңел байлығына һоҡланып уҡыйһың:
...Күрмәнем тип илдең хозурлығын,
Сәхрәләрҙең иркен, ҙурлығын.
Күңелеңдә шул саҡ шытып сығыр
Изгелектең яҡты орлоғо.

Хозурлығы аҙ Себер тарафтарында ауырлыҡтар күргәс кенә, буласаҡ шағир күңелендә изгелек орлоҡтарын шыттыра. Тыуған яҡ тәбиғәтенә, әлбиттә, етмәй ситтә, хатта Мәскәүҙә уҡығанда ла, “Өфөгә” тигән шиғырында, үҙенсәлекле талант эйәһенең шиғри күңеле Өфөнө һағына. “Гөл-сәскә ҡалаһы, һағындым, һағындым,” тип хистәрен белдерә. “Күсенгән ауыл”тигән шиғырында шағир күңеле, төҫтәр гармонияһына нигеҙләнә, тәрән үкенестәр кисерә.
Минең күңел – ҙур ауыл,
Кескәй утар һымаҡ ҡына булып ҡалһа,
Күңелемде биләр һағыш
Һоро болот ҡалһа.
Тәҙрәләр баға көҙҙөң тоноҡ кисенә.
Ауылым күсенә...

“Самотлорҙа йәй” шиғырында шағир күңеле, рәссам шикелле, саф һәм көслө энергиялы шиғыр юлдарынан картина тыуҙыра:
Ниңә, ниңә геүләй факелдар?..
Дөрләр уттан һауа көйрәгәндәй –
Көнөң яҙамы ни аҡылдан..
Тетрәп урғый ер – шашып, алҡынып,
Күккә ҡалҡынып – дөрләй һалҡында...
Әллә яна – тайга ғүмере,
Һауаларҙа ялҡын үкерҙе...
Ҡыҫҡа шиғыр, әммә унда шағирҙың мәрхәмәтле йөрәк һүҙҙәре урын алған. Вил Ғүмәров шиғырҙарының күпселеге исемһеҙ. “Тау йылғаһы” тип исемләнгән бер табаҡтан саҡ ҡына күберәк китапҡа тыуған илгә, кешеләргә ихлас мө-нәсәбәтен һүрәтләгән шиғырҙар ингән тигәйнек:
Ҡапламаған асман тирмәһе
Элек үкһеҙ булған илемде.
Утлы йәшен күкрәп уйнаған,
Сәсеп ергә золом, үлемде.
Тау шишмәһе кеүек йырҙары
Яу ҡырына барып олғашҡан.
Толпар ҡанат һалған ҡырҙарҙа
Күпме яҙмыш ҡаны уҡмашҡан...

Шағирҙың йөрәгенән сыҡҡан күңел хистәре кеше яҙмыштарын йәлләй, золомға, үлемгә ҡаршы ул хистәр: был исемһеҙ шиғыр әлеге замандағы Украинала барған һуғышҡа ауаздаш төҫлө. Меңәрләгән яҙмыш ҡаны уҡмашты бит һуңғы йылдарҙа Донецкиҙа, Луганскиҙа һәм башҡа ерҙәрҙә. Үкенестәр баштан ашҡан дәүеребеҙҙә йөҙәрләгән яҙмыш ҡаны тағы уҡмашты бит, Мәскәүебеҙгә яҡын ғына Красногорск ҡалаһы концерт башланмаҫ элек террорсылар һөжүменә дусар ителде...
Ғәйрәт сәсеп тибә ил йөрәге –
Ҡояш байҡай ҡитға күкрәген.
Сәмле быуындарҙы алға әйҙәй
Ватанымдың йөрәк күкрәүе,
– тип тамалана шиғыр.

Йоҡлап, ҡурҡып ятманыҡ!

Эйе, үткән быуат аҙағы, 1988 йылдың сентябрь айында Рауил Хөрмәт улы Яҙыусылар союзына: “Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһына әҙәби кәңәшсе кәрәк,” – тип хат яҙа. Әлбиттә, хат кәрзингә йыртып ташланмай, октябрь башында Стәрлетамаҡҡа шағир Вил Ғүмәров килә. Әҙәбиәт теорияһын “бишле”гә өйрәнгән кәңәшсегә тиҙ арала фатир юллайҙар. Башҡортостан иҡтисадына үҙаллылыҡ алыу өсөн көрәш башлана. Ҡултамғалар йыйыу. Стәрлетамаҡтар, сәмле йәмә-ғәтселек – был эштә алғы сафта. “Урал” Башҡорт халыҡ үҙәге менән тығыҙ бәйләнеште илһөйәрҙәр Рауил ағай менән Вил тиҫтерем (ҡорҙашым) алып бара. Башҡорт театры, гәзите булдырыу – ҡала йәмәғәтселегенең беренсе бурыстары ҡуйыла.

90-сы йылдар башы, сәмле булды беҙҙең быуын. Бөйөк держава емерелгән, халыҡтар тарҡалған заманда ҡурҡып та, “йоҡлап” та ҡалманыҡ, замандың ыңғай һулышын файҙаланып, Башҡортостандың үҙаллылығы өсөн ҡултамғалар йыйҙыҡ, сәмләнеп, бер команда булып, ҡалабыҙҙа башҡорт теленең дәрәжәһен күтәреп, башҡорт гәзитен, театрын, филармонияһын булдырҙыҡ. Вил Бәшир улы менән хөрмәтле Рауил Ниғмәтуллин ағайыбыҙ берҙәм команданың, “Аманат” башҡорт халыҡ үҙәгенә йөрөгән рухташтарҙың кәңәшләшеү штабында илһөйәрҙәрҙең башлығы булдылар. Минеңсә, улар был һыналышлы заман, изге эштәрҙә ҡатнашыусы рухташтары хаҡында ғорурланып һөйләргә хаҡлы ине, йәки мемуар яҙып ҡалдырырға тейештәр ине... Тик кәрәк ваҡытта, беҙҙе, унлаған илһөйәрҙе, бәлки, йөҙләгән кешене алға әйҙәгән командирҙар, үкенескә генә, был матур донъяны бик иртә ташлап киттеләр... Рауил ағайҙы 1991 йылдың июнь айында Өфөгә, “Китап” нәшриәтенә эшкә саҡырып алдылар, унан һуң, Вил Бәшир улы Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында теүәл өс йыл яуаплы сәркәтип булып эшләне. Бына Вилдең “Имен һаумы?” тигән шиғырынан дүртъюллыҡ:
Күпме илдәр хакимдары
Түгел ергә ҡәнәғәт.
Ҡорал ҡайрап – мир даулайҙар –
Нишләйексе, йәмәғәт?

– тип һорау ҡуя шағир. Киләсәкте тиҫтәләрсә йылдарға алдан күрә белгән шағирҙың был һорауына яуап, фашистар Украинаһында яҙыла бит! Уйлай китһәң, уй китерлек, нисек итеп бынан утыҙ йыл элек мәрхүм булған кеше ошо хәлдәрҙе тойған тиң!.. Көнбайыш илдәренең хакимдары АҠШ файҙаһы өсөн НАТО-ға берләшеп, ажарланып, фашистарҙы ҡоралландыралар, йыраҡҡа ата торған ҡоралдары хатта Рәсәй ҡалаларына, район үҙәктәренә, ауылдарға ата. Хыялыйҙар Рәсәйебеҙҙе бүлгеләргә хыялланалар, ерҙәребеҙ тәбиғәт байлыҡтарына мул булған өсөн, ҡан ҡойошто туҡтатырға уйҙарында ла юҡ. Әлбиттә, Украиналағы фашизмды тамам ҡыйратасаҡбыҙ, боронғо Рәсәй ерҙәрен яңынан ҡайтарып аласаҡбыҙ. Ҡорал ҡайраусыларға яуап!

“Алтын бойҙай шытыр гөрләп
Беҙ ҡыш яҡҡан утындарҙан”

“Ташҡын еле” тип башланған бер исемһеҙ шиғырҙың аҙаҡҡы дүртъюллығы хәтеремде яңыртты:
Һабан теше телгәс ерҙе,
Көл һибелгән баҫыуҙарҙа,
Алтын бойҙай шытыр гөрләп
Беҙ ҡыш яҡҡан утындарҙан.
Был – тарихи шиғыр! Хеҙерге кешеләр беҙҙең баласаҡта көл йыйыуыбыҙ, ба-ҫыуҙа уңышты арттырыу өсөн, көлдө ат арбаларына тейәп, баҫыуҙарға таратып йөрөүебеҙ хаҡында белмәйҙер.
Кәбир Ғүмәр (Вил Ғүмәровтың псев-донимы), шағир, прозаик, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, ҡәләмдәштәргә яҡшы таныш. Оҫта әңгәмәсе лә ине ул, дуҫтары күп булды. Күренекле драматург, яҙыусы, Мәскәүҙә бергә уҡыған дуҫы Наил Ғәйетбай 2007 йылда Кәбир Ғүмәрҙең ике әҫәрен туплап, “Хуш бул, ағай” тигән ике шаршаулы һағышлы драма, “Плотина” тигән киносценировкалы китабын нәшер итте.

Күренекле прозаик, Мәскәүҙә бергә уҡыған дуҫы Әмир Әминев 2009 йылда Кәбир Ғүмәрҙең шиғырҙарын, “Һуңғы станция” тигән ике шаршаулы һағышлы драмаһын, балалар өсөн “Ғәрип ғәскәр башлығы” тигән ике шаршаулы пьесаһын, “Әҙәби-мәҙәни күҙәтеүҙә-рен, хәтирәләрен” индереп “Яуа зәңгәр ҡарҙар...” тигән китабын нәшер итте. Тышлығының эсендә Вил Ғүмәровтың төрлө йәштәге фото-рәсемдәре ҡуйылған. Уның балалар өсөн яҙған “Серле ҡумта” тигән әкиәте һәм 1981 йылда, “Айраттың көнө” тигән күңелле пьесаһы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында сәхнәгә ҡуйыла. “Таныш ҡапҡа, таныш баҡса” тигән бер шаршаулы пьесаһы республика конкурсында лауреат була. “Йәйләү” тигән комедияһында, драматург булараҡ, йәмғиәттәге кире күренештәрҙән һәм наҙанлыҡтан яман көлә.

Вил Ғүмәровтың ижади байлығы, күренекле ижадсы булараҡ, исеме ки-ләсәк быуын китап уҡыусыларын, сәхнә әҫәрҙәре тамашасыларҙы ҡыҙыҡһындырыр, ә инде уның рухи таҙалыҡ өсөн көрәше киләһе быуындарға ла яҡты маяҡ булыр, тигән фекерҙә ҡалайыҡ.

Уралташ

Күгелйем дә киртләс күренгәне
Ҡурташ тигән оло тау булыр.
Күңелдәрең бойоҡланған икән –
Бейек тауҙай дуҫ-иш табылыр.

Аңламаһа кеше йөрәгеңде,
Урман менән ныҡлап аралаш.
Ағастарҙан аҡыл-кәңәш һора,
Япраҡтарын ура яраңа.

Олпат олон, һелкеп ялбыр башын,
Ризалығын ихлас күрһәтер.
Аҡыллы ла инде, һай, шул урман –
Маташмай һис вәғәз өйрәтеп.

Тауҙың һабаҡтары – таш ихтыяр,
Урман һүҙе – тере изгелек.
Әлмисаҡтан бында ҡалды микән
Урал тигән алтын түгелеп?..

Тағы бер ҡыш

Ҡышланыҡ беҙ – тағы бер ҡыш,
Донъя алышынманы.
Беҙҙең генә күңелдәрҙә –
Аҡ ҡыштың һағыш саңы.
Бына яҙҙың йәшел моңо
Йәй көйҙәренә күсте.
Йәшен йотоп, ер йәшәне,
Туғайҙа бесән үҫте.
Эй, дуҫҡайым, беҙ йәшәйбеҙ,
Донъя үҙ көнөн күрә.
Бына тағы бер йәш гүзәл
Сәсенә сәскә үрә.
Ҡыш етә, тип ҡышһыҙ ергә
Бер заман да китмәбеҙ.
Ташҡын шаша, ни ҡылаһың,
Уны ҡыуып етмәбеҙ.

Дуҫтар ҡалды

Арабыҙҙа ниндәй дуҫтар ҡалды?
Араларлыҡ ҡорҙаш бармы һуң –
Абынырлыҡ оло ҡазаларҙан?
– Үртәүҙәрҙә, рухи язаларҙа
Таянырлыҡ дуҫтан яҙмаһын! –
Тиеп күңел теләй.
Ә донъялар,
Һәүетемсә, алға тәгәрәй.
Таш урамға сығып һөрән һалам:
– Ихлас дуҫтар кәрәк.
Эй, кәрәк!

Таш йорттарҙың өнһөҙ тарлауығы
Минең ауаздарҙан
Ҡымшанмай.
Дуҫҡайҙарым,
Дуҫтар –
Күңелемдә янған яҡын уттар
Һүнә һымаҡ...
Тик йөрәгем шуға
Һаман ышанмай...
Вил Ғүмәров.


Кәрим БУЛАТ,
РФ һәм БР Яҙыусылар союздары ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты.

Автор:
Читайте нас: