Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Апрель , 10:26

Бөйөк көстөң мәрхәмәтлелегенә инанған шағир

Прозала, поэзияла, публицистикала әүҙем ижад иткән ҡәләм оҫтаһы һәм тәрән фекер эйәһе Марс Нуриев 60-сы йылдарҙан бирле матбуғат уҡыусыларға, әҙәбиәт һөйөүсөләргә таныш әҙип. Үкенескә ҡаршы, Марс Ғилметдин улы йыл башында баҡыйлыҡҡа күсте. Быйыл уға 83 йәш тулған булыр ине. Матур тормош йәшәне ҡәләмдәшем, ижадынан, хеҙмәтенән, ғаиләһенән риза булып киткәндер. Мәктәптәр һалдырып, мәғарифты үҫтереп, китаптар сығарып, тамырын дауам итеүсе балаларына ғүмер биреп, бәхетле ҡартлыҡҡа сумғайны ул. Әммә ҡаты сир аяҡтан йыҡҡанға тиклем һаман да ижад итеп, яҡшылыҡ өләшеп йәшәргә тырышты. Бөгөнгө һүҙем – уның хаҡында.

Бөйөк көстөң мәрхәмәтлелегенә инанған шағир
Бөйөк көстөң мәрхәмәтлелегенә инанған шағир

Тормош һынауҙарын
үткән саҡта
Ҡолап китмәҫ өсөн
ни кәрәк?

Ул Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында һуғыш башланыр алдынан тыуған. Уға алты йәш булғанда, атаһы һуғышта алған яраларҙан һәм контузиянан йәшләй генә баҡый донъяға китә. Әсәһе Ғәтифә һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа береһенән-береһе кескәй дүрт балаһын аслыҡта интектермәҫкә тырышып үҫтерә, уҡыта. Марс, үҙенән бер йәшкә өлкән Ләлә апаһы менән, әсәһенә ҡустыларын ҡарап үҫтерергә таяныс була. Улар, тыуған ауылында башланғыс белем алғас, Яңы Муса ауылының ете йыллыҡ мәктәбенә уҡырға йөрөй.

Марс китаптар уҡыуға әүәҫләнә, йәйге каникул ваҡытында колхоз эштәренән ҡайтҡас та, әҙәби китаптарҙан айырылмай. 1957 йылда етенсе класты уҡып бөткәс, Марсты Өфөләге 1-се интернат-мәктәпкә алып баралар (хәҙер мәктәп – Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназия). Марс бөтә фәндәр юғары кимәлдә уҡытылған мәктәптәге китапхананың яҡын дуҫы була, уҡыу программаһындағы фәндәрҙе яҡшы үҙләштереүҙән тыш, күңел биреп башҡорт әҙәбиәтен өйрәнә. Һөҙөмтәлә, үҫмерҙең йөрәгендә тыуған төйәге тәбиғәтенә, әсәһенә булған һөйөү тойғолары тәрәнәйә, күңелендәге һағыныу хистәре шиғырҙар булып юл яра. Әҙәбиәткә һөйөү, яҙмыш ҡушыуы булып, уны БДУ-ға илтә. Унда буласаҡ яҙыусы көнсығыш һәм донъя әҙәбиәтен, тарихын, фольклорын өйрәнә. Ғөмүмән әйткәндә, китаптар уның әҙәбиәтсе-мөғәллим булыу теләген тормошҡа ашыра, ижадҡа рухландыра, әҙәби фекерләүгә өйрәтә, әҙәбиәткә йүнәлтә, киләсәк яҙмышын билдәләй...

Шағир 1963-1966 йылдарҙа ил алдындағы бурысын атҡарып ҡайта. БДУ-ла уҡып сыға, Марс Ғилметдин улы Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә райондарында әҙәбиәт уҡытҡан, урта мәктәптәрҙә директор, халыҡ мәғарифы инспекторы, район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаларын башҡарған, тынғыһыҙ хеҙмәт араһында ул әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнгән, Ғәлиә еңгә менән Азамат, Фәнил, Гүзәл исемле балалар үҫтергән. Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс, Марс ағай бер нисә йыл 4-се мәктәптә балаларға башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, татар һәм рус телен уҡытты, ҡалалағы әҙәби мөхиткә үҙ кеше булып килеп инде, Яҙыусылар ойошмаһының ултырыштарында әүҙем ҡатнашты, проза секцияһын етәкләне, йыйылыштарҙа тикшереләсәк проза әҫәрҙәре тураһында нигеҙле фекерҙәр менән сығыш яһаны, әлбиттә, яңы романы өҫтөндә эшләне.

Бала саҡтан әҙәбиәткә йәне-тәне менән тартылған, тормоштоң төрлө яҡтарын күп күргән, замандаштарының психологияһын яҡшы аңлаған Марс Ғилметдин улы һәр саҡ маҡсат менән йәшәй, ниндәй тема күтәрһә лә, үҙенсәлекле фекерҙәрен уҡыусының иғтибарын яулай алырлыҡ кимәлгә еткерә. Шағир-публицист милләт яҙмышы, халыҡтың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге хаҡында уйлана, һыҙлана, хәсрәтләнә. “Ни кәрәк?” шиғырында

Тормош һынауҙарын үткән саҡта
Ҡолап китмәҫ өсөн ни кәрәк?
Аяҡтарҙа ныҡлы тороу өсөн,
Ҡөҙрәт биреп торған ил кәрәк, - ти ҙә, үҙенең тәрән фекерҙәрен әйтеп бөтмәйенсә, уҡыусының ихтыярына ҡалдырып, тамамлай. Тыуған иле ижадсыға ҡөҙрәт бирә алмауҙан аҙмы шәхестең, ябай кешенең ҡолауы, баҡый донъяға иртә китеүе күҙ алдына баҫа түгелме?

Ул үҙенең йөрәк тауышын уйланыуҙар аша, асыҡ итеп, көсәнмәй, яһалмалыҡҡа бирелмәй, сөсөләнмәй, уҡыусыға фекерҙәрен көсләп таҡмай ғына еткерә, уңыштарға өлгәшә. Ул беренсе сиратта – лирик һәм философ. Үҙен әйләндереп алған донъя менән ҡәрҙәшлек, берҙәмлек, кеше яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо – Марс Нуриев лирикаһының төп нигеҙ ташы. Уның күп шиғырҙарында һөйөү тойғоһо – нәфрәт, көлкөлө һүҙҙәр үткер сатира менән үрелеп бара, әммә улар көрәш рухы менән һуғарылып, киләсәккә табан хәрәкәт итә. Шағирҙың ижадында мөхәббәт лирикаһы ҙур урын биләмәй, тик улар ҡыҙыҡлы яңғырашлы булыуы менән хәтерҙә ҡала. Ай ҡыҙы менән кратер төбөнә ҡолаған ғашиҡ егетте күҙ алдына килтерәһегеҙме?! Философ-шағир ижадта аҙ һөйләп, күп мәғәнә бирергә тырыша.

Башҡорт кәмегәнгә
кем ғәйепле?

Уның ихласлыҡ менән һуғарылған, ил, тәбиғәт яҙмышына бағышланған шиғырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уның шиғриәте тор-моштоң бөгөнгөһөнә, дингә, килә-сәгенә, социаль мәсьәләләргә бәйле йәмәғәтселек иғтибарын яулай ала, уның төрлө өлкәләрен яҡтырта, проблемаларҙы йөрәктәргә яҡын итеп, ҡупырынмай күтәрә:

Башҡорт кәмегәнгә кем ғәйепле?
Иң беренсе, нужа бабайҙыр.
Икенсеһе, тахил шарабылыр,
Өсөнсөһө – телгә ҡарайҙыр!
Бына бит нисек! Һәр ҡалала ирле-ҡатынлы ике башҡорт та, ҡатнаш никахлы ғаиләләр ҙә урыҫ телле балалар “тәрбиәләп” үҫтерергә мәжбүр иткән замандың ысын йөҙөн аса, нисә тиҫтә йылдар беҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе шиғырының дүрт юлы менән әйтә, әммә милләтебеҙең рухын күтәрергә, аҡыл өйрәтергә тырышмай, демография мәсьәләһенең сәбәптәрен ябай һүҙҙәр менән аңлата шағирҙың алтын аҡыллы ҡәләме. Мөғәллим-шағир ижадында тәрбиәүи мәсьәләләргә иғтибар итә.

Ҡайҙа төртөлөрбөҙ, кем булырбыҙ,
Кемгә ҡалыр беҙҙең көнөбөҙ?
Йүнһеҙҙәргә бәлки йүн керетер
Имгәтелгән меҫкен динебеҙ,
– ти ул, өмөтөн юймай.

Һин яраттың бөйөк
матурлыҡты,
Зәңгәр күкте, йылы
яҙҙарҙы...

Шағир ижадының тос өлөшө тыуған илгә, ергә, халҡына бағышланған. Тормош хаҡындағы поэмаларында, нескә лирикалы һәм фәлсәфәле шиғырҙарында ул шәхес азатлығы, халыҡ бәхете идеяларын күтәрә, үҙәк мәсьәлә итеп ҡуя. Уның өр-яңы фекерҙәр әйтелгән, тәрән мәғәнәле, поэтик табышлы, ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек менән һуғарылған әҫәрҙәре республика матбуғатында баҫыла, иғтибарлы уҡыусының фекер офоҡтарын киңәйтә. Шағирҙың рухи ынтылышлы, юғары гражданлыҡ хистәре менән һуғарылған, халыҡсан тасуирлауҙар менән байытылған дүрт юллыҡ шиғырҙары, робағиҙары уҡыусыны битараф ҡалдырмай, эстетик зауыҡтарҙы ҡәнәғәтләндерә, сөнки уларҙа сәсән теллелек тә, милли аһәң дә, тәбиғи образлылыҡ сағыштырыуҙар ҙа бар. Марс Ғилметдин улы яҡты донъяның ҡатмарлы яҡтарына байҡау яһағанда, йыш осраҡта динебеҙгә мөрәжәғәт итә. “Һин яраттың бөйөк матурлыҡты” тигән шиғырында ул Аллаһы Тәғәләнең бөйөк эштәренә дан йырлай, һүҙ сәнғәтенең гүзәл өлгөләрен ижад итә. Бөйөк Көстөң мәрхәмәтлелегенә инанған шағирҙың шул шиғырын уҡыусыға тулыраҡ тәҡдим итәм.

Хоҙайым, беҙ бит һинең
балаларың,
Ерҙә йәшәгән ғәзиз ҡолдарың.
Бөтә ғаләм аша ер өҫтөнә
Иман сәсә һинең ҡулдарың.
Бөтәбеҙ ҙә һиңә буйһонғанбыҙ:
Зөһрә йондоҙ, ҡояш, айың да,
Сал тауҙарҙан туғайҙарға төшөп,
Сәскәләрҙе үпкән тайың да.
Һин яраттың бөйөк матурлыҡты,
Зәңгәр күкте, йылы яҙҙарҙы,
Ынйы кеүек матур күлдәреңдә
Кер сайҡаған һылыу ҡыҙҙарҙы...
– тип, шағир ҡеүәтле рухи ынтылышлы “Килмәҫ, тимәгеҙ” тигән шиғырында ла аллаһыҙлыҡтың, динһеҙлектең халҡыбыҙҙы рухи ҡыйралышҡа яҡынайтыуын, иманһыҙлыҡҡа, гонаһ һаҙлығына илтеүен күреп, әсенеү тойғоларын кисерә, үткән быуатта хөкөм һөргән намыҫһыҙ атеизмдың динде бөтөрөүгә юл тотҡан бысраҡ, яуыз эштәрен фаш итә, изгелектең тантанаһы буласаҡ, ти!

...Упҡын ярып үткән юлығыҙҙа
Таш-ҡаялар булмаҫ, тимәгеҙ!
Ерҙә мәхшәр туйы ҡоторғанда
Күктән ярҙам килмәҫ, тимәгеҙ!
Шағир Марс Нуриев 1995 йылда Төркиәлә үткәрелгән халыҡ-ара әҙәби конкурста “Мөхәммәт Пәйғәмбәргә мәҙхиә” тигән поэмаһы менән ҡатнаша һәм әҙәби бәйгелә 3-сө урын ала, лауреат исеменә лайыҡ була. Яҙыусы үҙенең шиғырҙарға, поэмаларға һыймаған мәғлүмәттәрен, әсе яҙмышлы ғаилә тарихтарын, мөнәсәбәттәрҙе һүрәтләп, баһалап, фекерҙәрен төйнәп, таусирлап, романдары, публицистик мәҡәләләре менән уҡыусыға еткерә.
Әҙип 2024 йылдың 16 ғинуарында мәрхүм булды. Ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын яҡын кешемдең. Марс Нуриев, “Сер бирмәйсә” тигән шиғырында:

Мәңге йәшмен ғаиләм ҡосағында;
Ҡартлыҡ урап үтә янымдан.
Яҡты өмөт менән һуғарылған
Ярһыу көстәр аға ҡанымдан,
– тип яҙғайны. Әммә яҡты өмөттәр, ғаилә ҡосағы әжәл ҡосағынан һаҡлап алып ҡала алмай. Әҙибебеҙ Бөйөк матурлыҡ йырсыһы булып, хәтеребеҙ түрендә мәңге йәшәһен!

Кәрим БУЛАТ,
ҡәләмдәше.
Э. ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Автор:
Читайте нас: