Әлбиттә, һауа температураһының үҙгәреүе, күпләп ҡар яуыуы - коммуналь хеҙмәттәр өсөн яуаплы һынау. Әлеге ваҡытта улар көсәйтелгән режимда эшләйҙәр. Ҡалала 103 берәмек техника, 109 эшсе һәм 400-ҙән ашыу урам һепереүсе ҡар таҙартыу, өй баштарын, ҡыйыҡтарҙы боҙҙан, ҡарҙан таҙартыу менән шөғөлләнә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡарҙан таҙартыу эштәренә ғаризалар ҡабул итеү буйынса берҙәм номер тәүлек әйләнәһенә эшләй. Телефон: 8(800)300-84-02.