Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә ярҙамға
24 Сентябрь , 10:47

Ә һеҙ ошондай запеканка бешергәнегеҙ бармы?

Рецебын тәҡдим итәбеҙ!

Ә һеҙ ошондай запеканка бешергәнегеҙ бармы?
Ә һеҙ ошондай запеканка бешергәнегеҙ бармы?

Бер килограмм картуф, бер тауыҡтың түш ите, ике баш һуған, өс помидор, 150 грамм сыр, 60 грамм аҡ май, тоҙ, борос алабыҙ.
 
Йәшелсәләрҙе түңәрәкләп киҫәбеҙ. Табаға һәр бер ҡатын тоҙлап, борослап һалабыҙ.
 
Картуф, ит, һуған, картуф, помидор, май һалабыҙ ҙа 170 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 15-20 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Картуфтың әҙерлеген бысаҡ менән төртөп ҡарарға мөмкин.
 
Аҡ май урынына ҡаймаҡ ҡулланырға ла була. Бик тәмле ризыҡ килеп сыға.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: