Хужабикәгә ярҙамға
27 Октября 2025, 11:16

Төшкө табынға - ләүәштән тәмле ҡабымлыҡ

Ябай һәм тиҙ рецепт.

Төшкө табынға - ләүәштән тәмле ҡабымлыҡТөшкө табынға - ләүәштән тәмле ҡабымлыҡ
Төшкө табынға - ләүәштән тәмле ҡабымлыҡ

Ләүәштән тәмле ҡабымлыҡ әҙерләргә өйрәтәбеҙ.

Ингредиенттар:
* бер йоҡа ләүәш
* 200 грамм иретелгән сыр
* 250 грамм колбаса
* 200 грамм помидор
* бер теш һарымһаҡ
* 50 грамм укроп
* ике йомортҡа
1,5 балғалаҡ он.

Помидор һәм колбасаны шаҡмаҡлап, укропты ваҡлап турайбыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ. Ләүәштән бер нисә квадрат эшләйбеҙ. Уның берәүһенә иретелгән сыр һылайбыҙ ҙа өҫтөнә бер аҙ укроп, һарымһаҡ, колбаса, помидор һалабыҙ. Тигеҙ генә итеп таратабыҙ ҙа өҫтөнә икенсе ләүәште һалабыҙ.
Ошо уҡты бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Иң өҫтөн иретелгән сыр менән майлайбыҙ һәм әҙер ҡабымлыҡты шаҡмаҡлап ҡырҡып сығабыҙ.
Тәрән табаҡҡа йомортҡаға бер аҙ он ҡушып туҡыйбыҙ. Һәр ҡабымлыҡты шунда манып алабыҙ. Табала ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Сығанаҡ: "Уңған хужабикә" төркөмө.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас