Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Апрель 2023, 16:10

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенә илебеҙ баш ҡалаһы вуздары студенттары менән эште көсәйтергә ҡушты

22-23 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге майҙансығында «Яҡташ» йәштәр мәғариф форумы үтте. Республика етәксеһе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә форумдың һәм баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән ҙур эш алып барыуҙың әһәмиәтен билдәләне.

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенә илебеҙ баш ҡалаһы вуздары студенттары менән эште көсәйтергә ҡушты
Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенә илебеҙ баш ҡалаһы вуздары студенттары менән эште көсәйтергә ҡушты

— Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарында уҡыған йәштәребеҙҙе иғтибар үҙәгендә тотоу өсөн эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә башланыҡ, — тине Радий Хәбиров.  — Юғиһә беҙҙең иң яҡшы сығарылыш уҡыусылары баш ҡалаға уҡырға инеп китә лә улар менән бәйләнеш өҙөлә. Улар бит Башҡортостандың киләсәге, бурысыбыҙ — даими бәйләнештәр, коммуникациялар булдырыу аша уларға уҡыған осорҙа ярҙам итеү. Улар үҙҙәре лә әүҙем, әлбиттә, шулай ҙа беҙҙең ярҙам кәрәк. Уларға республика тураһында һөйләйбеҙ. Ошо мөһим эш менән етди шөғөлләнеү зарур.

Башҡортостан Башлығы эш сәфәрҙәренең береһендә студенттар менән осрашыуҙы хөкүмәт графигына индерергә, тармаҡ бурыстарын билдәләргә ҡушты. Дәүләт Йыйылышына һайлауға тиклем студенттар менән осрашыуҙы — Башҡортостан хөкүмәте ағзалары, ә һайлауҙан һуң депутаттар үткәрергә тейеш. Осрашыуҙы Мәскәүҙә тулы хоҡуҡлы вәкиллек майҙансығында ойошторорға ҡушылды.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас: