

Әлеге проектты тормошҡа ашырыуға 2,5 миллион һум йүнәлтелә.
Йыл һайын юғары һөҙөмтәләр күрһәткән 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына 50 мең һум тапшырыла. Былтыр сентябрь айында үткән төбәк-ара туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары форумында республика етәксеһе Радий Хәбиров туған тел уҡытыусыларының Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата дәртләндереү конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушҡайны.
Башинформ.