Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Мәғариф
21 Июнь 2023, 05:50

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар юғары уҡыу йорттарына айырым квота буйынса уҡырға инә ала

Дәүләт Думаһы икенсе уҡыуҙа «Мәғариф тураһында» законға төҙәтмәләр ҡабул итте. Уға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡабул итеү имтихандары һөҙөмтәләре буйынса айырым квота сиктәрендә юғары уҡыу йорттарына бюджет урындарға инә ала. Түләүле нигеҙҙә уҡып йөрөгәндәр бушлай уҡыуға күсә ала.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар юғары уҡыу йорттарына айырым квота буйынса уҡырға инә алаМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар юғары уҡыу йорттарына айырым квота буйынса уҡырға инә ала
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар юғары уҡыу йорттарына айырым квота буйынса уҡырға инә ала

Документ тексына ярашлы, хеҙмәт бурысын үтәгәндә коронавирустан вафат булған медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларын вуздарға медицина һәм фармацевтика белеме программаларына айырым квота буйынса, имтиханһыҙ алырға тәҡдим ителә.

Шулай уҡ документта юғары уҡыу йортона ингәндә саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәтте ҡаҙаныш тип иҫәпләргә тигән тәҡдим бар.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас