Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Мәғариф
29 Август 2023, 11:40

Өфөлә Белем көнөндә мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы ҙур байрам шоуына саҡырҙылар

1 сентябрҙә Өфөлә яңы уҡыу йылы башланыуға арналған йәштәр байрамы ойошторола. Башҡортостан хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шоу «Өфө-Арена» майҙансығында уҙа.

Өфөлә Белем көнөндә мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы ҙур байрам шоуына саҡырҙыларӨфөлә Белем көнөндә мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы ҙур байрам шоуына саҡырҙылар
Өфөлә Белем көнөндә мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы ҙур байрам шоуына саҡырҙылар

Бай концерт программаһы көтөлгән сарала 7 меңдән ашыу уҡыусы, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ эшләп йөрөгән йәштәр ҡатнаша, тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Яна Гайдук һүҙҙәренсә, концертта «Рәсәй студенттары яҙы» программаһында ҡатнашыусыларҙың һәм лауреаттарҙың иң яҡшы ижади номерҙары тәҡдим ителә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-29/f-l-belem-k-n-nd-m-kt-p-u-yusylaryn-m-studenttar-y-ur-bayram-shouyna-sa-yr-ylar-3410695

 

 

Автор:
Читайте нас