Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Мәғариф
27 Сентябрь 2023, 11:10

БАШҠОРТЛОҒОМ ҺЕҘГӘ АМАНАТ!

Ҡалабыҙҙа 1995 йылда асылған балаларҙың саф нескә күңеленә башҡортлоҡ орлоҡтарын сәсеүсе, телен, мәҙәниәтен, рухын үҫтереүсе 62-се “Толпар” балалар баҡсаһының тәүге мөдире – Ибраҡова Зимфира Рәил ҡыҙын хаҡлы ялға китеүе менән ҡотлайбыҙ. Оҙатыуы моңһоу ҙа, әле бәлки эшләргә лә эшләргә кеүек тә бит. Тик ғүмер йылғалай аға!

БАШҠОРТЛОҒОМ ҺЕҘГӘ АМАНАТ!БАШҠОРТЛОҒОМ ҺЕҘГӘ АМАНАТ!
БАШҠОРТЛОҒОМ ҺЕҘГӘ АМАНАТ!

Зимфира Рәил ҡыҙы – беҙҙең балалар баҡсаһына нигеҙ һалыусы, ҡалабыҙҙың абруйлы, күркәм шәхестәренең береһе.

Һис тә еңел булмағандыр инде “Толпар”ҙы шундай абруйлы, башҡорт телен өйрәтеү үҙәге, үҙенең имиджы, үҙ йөҙө булған балалар баҡсаһы итеп, матди һәм фәнни яҡтан күтәреү, шулай уҡ үҙ эшенең оҫтаһы булған хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеүҙәр! Әммә ул тырышлығы, сәмлелеге арҡаһында ошо эште атҡарып сыға алды. Ул, әлбиттә, талантлы, әүҙем етәксе. “Толпар” балалар баҡсаһы асылғандан бирле, ал-ял белмәй, көн-төн тип тормай, үҙенең бөтә көсөн, белемен эшенә бағышланы. Ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ

Һеҙгә бөтә коллектив исеменән!
Зимфира Рәил ҡыҙы менән яулаған үрҙәрҙе, уңыштарҙы ғорурлыҡ менән берҙәм дауам итербеҙ. Беҙ беләбеҙ – ул талантлы кеше, юғалып ҡалмаясаҡ, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулап, әүҙем итеп башҡорт ҡоролтайы йәмғиәтендә лә, тыуған ауылында ла һәм ҡалабыҙҙа ла ҙур эштәр алып барыр!

Балалар баҡсаһындағы эштәрегеҙҙең һөҙөмтәләре беҙҙең “Толпар”ҙың иҫтәлегендә мәңге һаҡланасаҡ. Коллективҡа биргән дәртегеҙ, ярҙамығыҙ, кәңәштәрегеҙ, терәгегеҙ беҙҙең күңелдә йәшәй.

Зимфира Рәил ҡыҙының башҡортлоҡ рухы, тырышлығы, ғорурлығы, мәғариф эшенә тоғролоғо беҙҙең йөрәктәребеҙҙә өлгө булып ҡаласаҡ.

Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә Һеҙгә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын килә әйтәһе.

Һеҙгә бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхет, йән тыныслығы теләйбеҙ.
Һәммәбеҙгә лә кәңәшсе, терәк булып оҙаҡ, тигеҙ, мөхәббәтле булып йәшәгеҙ беҙҙең арала. Күпме теләк теләһәк тә бик аҙ булыр кеүек.
Рәхмәтлебеҙ Һеҙгә, әсәйебеҙҙәй ҡурсаланығыҙ, бөтә ҡаршылыҡтар аша бергә ҡыйыу атланыҡ. Һеҙҙең башҡортлоғоғоҙ – беҙгә аманат. Баҡсабыҙҙың яратҡан хөрмәтле ҡунағы булып, килеп тороғоҙ, көтөп ҡалабыҙ.

Бөтә коллектив һәм ата-әсәләр исеменән тәрбиәсе
Лира ЯППАРОВА.
Фото балалар баҡсаһы архивынан алынды.

Автор:
Читайте нас